Ҡараев Ҡара Әбелфәз улы
Ҡараев Ҡара Әбелфәз улы (әзерб. Qara Əbülfəz oğlu Qarayev; 5 февраль 1918 йыл — 13 май 1982 йыл) — СССР композиторы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, профессор.
Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). СССР-ҙың халыҡ артисы (1959). Ленин премияһы (1967), ике II дәрәжә Сталин премияһы (1946, 1948) һәм Әзербайжан ССР-ының Дәүләт премияһы (1965) лауреаты.
Мәшһүр совет композиторҙарының береһе.[11]. Өс опера, өс балет, өс симфония, күп һанлы программа, камера, инструменталь музыка әҫәрҙәре, спектаклдәргә һәм кинофильмдарға музыка авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Ҡараев 1918 йылдың 5 февралендә Баҡыла билдәле табип-педиатр Әбелфәз Ҡараев ғаиләһендә тыуа. Ғаилә башлығы халыҡ музыкаһын белә һәм ярата.
Башланғыс музыка мәктәбен тамамлағас, Ҡара Ҡараев Баҡы консерваторияһының эшселәр факультетында фортепианола уйнарға өйрәнә (Г. Г. Шароевтың фортепиано класы) (1930—1935), 1935 йылдан шул уҡ консерваторияла композиция класында Л. М. Рудольфта һәм халыҡ музыкаһы нигеҙҙәре класында У. Ғаджибәковта уҡый[12]. Ошо осорҙа композитор булараҡ тәүге тәжрибәләре башлана, уларҙа әзербайжан халыҡ сәнғәте йоғонтоһо айырыуса көслө була.
1937 йылда фольклор экспедицияһында ҡатнаша, унда ашуғтарҙың һәм муғамдарҙың йырҙарын өйрәнә һәм йыя. Бер йылдан П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһына инә, бында оҫталығын А. Н. Александровта (композиция) һәм С. Н. Василенкола (инструментовка) камиллаштыра. Дәрестәрен һуғыш өҙә. 1943 йылда уҡыуын дауам итә. 1946 йылда Мәскәү консерваторияһын (Д. Д. Шостаковичтың композиция класы) тамамлай. Икенсе симфония Ҡараевтың диплом эше була, был әҫәр композиторҙың үҙенсәлекле талантын сағыу күрһәтә.
1946 йылдан Баҡы консерваторияһында уҡыта (1949—1952 йылдарҙа — ректор, 1959 йылдан — профессор). Ҡ. Ҡараевтың уҡыусылары араһында[13] — уның улы Фарадж, Ариф Мирзоев, Рәүеф Ғаджиев, Ариф Мәликов, Хәйәм Мирзазадә, Васиф Әдигөзәлов, Тофиҡ Баҡыханов, Франгиз Ализадә, Оҡтай Зөлфүгәров.
Композитор эшмәкәрлеген Ҡараев Әзербайжандың музыкаль тормошонда әүҙем ҡатнашыу менән яраштыра: Баҡы филармонияһының художество етәксеһе (1941—1942), Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы Сәнғәт институтының сектор мөдире (1948—1949) була.
1937 йылда Әзербайжан ССР-ының Композиторҙар союзына ағза итеп алына. 1953 йылдан — Әзербайжан ССР-ы Композиторҙар союзының рәйесе, беренсе секретары, 1962 йылдан — СССР Композиторҙар союзы идараһы секретары. СССР Кинематографистар союзы ағзаһы (1957 йылдан).
1949 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Әзербайжан ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы (1960 йылдан). 5—10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты һәм 4-се саҡырылыш Әзербайжан Юғары Советы депутаты. Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1959 йылдан). Республика Тыныслыҡты яҡлау комитеты президиумы ағзаһы.
Ҡара Ҡараев 1982 йылдың 13 майында Мәскәүҙә ижади талантының гөрләп сәскә атҡан мәлендә вафат була. Баҡыла Шөһрәтле ҡәберҙәр аллеяһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1959)
- Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955)
- Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1958)[14]
- Ике Ленин ордены (1967, 1978)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1961)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы
- Ленин премияһы (1967) — «Йәшенле юлдарҙа» балеты өсөн
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — «Ватан» операһы өсөн
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1948) — «Ләйлә вә Мәжнүн» симфоник поэмаһы өсөн
- Әзербайжан ССР-ының Дәүләт премияһы (1965)
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡараевтың ижади мираҫы музыкаль сәнғәттең бөтә жанрҙарын да тиерлек солғай. Композиторҙың стиленә хислелек, драматизм менән нескә лиризмдың бергә үрелеүе хас. 1940-сы йылдар аҙағы — 1950-се йылдар башында яҙылған байтаҡ әҫәрҙәрендә мәшһүр әзербайжан шағиры Низами йоғонтоһо шәйләнә — «Ләйлә вә Мәжнүн» симфоник поэмаһы, «Ете гүзәл» симфоник сюитаһы, шул уҡ темаға ҡуйылып, композитор ижадының иң юғарғы үренә әйләнгән балет.
Ҡараевтың экспрессив, романтик хисле, сағыу стиле халыҡ музыкаһы принциптары менән тығыҙ бәйләнгән.
Ҡараев — тәнҡитле мәҡәләләр авторы, уларҙың ҡайһы берҙәре 1988 йылда Баҡыла баҫылып сыға.
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Опералары
- «Айна» (Йәүҙәт Ғаджиев менән берлектә, 1941)
- «Ватан» (Vətən, Йәүҙәт Ғаджиев менән берлектә, 1945)
- «Наҙ» (Zəriflik, Анри Барбюс пьесаһы буйынса монодрама, ҡатын-ҡыҙ тауышы һәм камера оркестры өсөн, 1972).
- Балеттары
- «Ете гүзәл» (Yeddi Gözəl, 1952)
- «Йәшенле юлдарҙан» (İldırımlı yollarla, 1958)
- «Ләйлә вә Мәжнүн» (Leyli və Məcnun, 1958).
- Музыкаль комедия (оперетта)
- «Ярһыу гасконлы» (Çılğın qaskoniyalı, Э. Ростан әҫәрҙәре буйынса, 1973).
- Вокаль-симфоник әҫәрҙәре
- «Күңел йыры» кантатаһы (Könül mahnısı, Р. Рза һүҙҙәре, 1938)
- «Бәхет йыры» кантатаһы (Sevinc mahnısı, М. Ражм һүҙҙәре, 1947)
- Тауыш һәм джаз оркестры өсөн өс ноктюрн (1958)
- «Партиябыҙ» кантатаһы (Partiyamız, С. Вурғун һүҙҙәре, 1959)
- «Дәүер әләмсеһе» кантатаһы (С. Вурғун һүҙҙәре, 1959)
- «Ленин» оратория-плакаты (Р. Рза һүҙҙәре, 1970)
- «Дуҫлыҡ гимны» (Dostluq himni, Р. Рза һүҙҙәре, 1972).
- Камера вокаль әҫәрҙәре
- Әзербайжан халыҡ йырҙарына алты эшкәртмә (1937)
- Ғүмәр Хәйәм шиғырҙарына тауыш һәм фортепиано өсөн алты робағи (1946)
- А. Пушкин шиғырҙарына тауыш һәм фортепиано өсөн романстар («На холмах Грузии», «Я вас любил») (1949)
- Тыныслыҡ тураһында пионер йыры (З. Джаббарзадә һүҙҙәре, 1951)
- Диңгеҙ нефтселәре йыры (М. А. Светлов һүҙҙәре, 1953).
- Оркестр әҫәрҙәре
- Фортепиано менән оркестр өсөн «Шатлыҡ поэмаһы» (1937)
- Әзербайжан сюитаһы (1939)
- Пассакалия һәм өслө фуга (1941)
- Өс симфония («Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә» 1943, 1946, 1965)
- «Ләйлә вә Мәжнүн», симфоник поэма (1947)
- Фанфаралар менән сәләмләү маршы (1948)
- «Ете гүзәл» балетынан симфоник сюита (1949)
- Албан рапсодияһы (1952)
- Хореографик күренештәр (1953)
- «Повесть о нефтяниках Каспия» фильмына музыканан сюита (1953)
- «Вьетнам» фильмына музыканан сюита (1955)
- «Дон Кихот», симфоник гравюралар (1960)
- «Покорители моря» фильмына музыканан өс сюита (1964)
- Камера оркестры өсөн классик сюита (1966)
- «Йәшенле юлдарҙан» балетынан ике сюита (1967)
- Скрипка менән оркестр өсөн концерт (1967)
- Камера әҫәрҙәре
- «Царское Село статуяһы», фортепиано картинаһы (1937)
- Матәм прелюдияһы (1937)
- Өс тауышлы фуга (1939)
- Тауыш менән оркестр өсөн өс тэсниф (1939)
- Әзербайжан рапсодияһы (1940)
- Ҡыллы квартет өсөн фуга (1940)
- Ике ҡыллы квартет (1942, 1947)
- Ҡыллы квартет өсөн квартеттино (1942)
- Скрипка һәм фортепиано өсөн соната (1960)
- Фортепиано өсөн ике сонатина (1940, 1943)
- Фортепиано өсөн «24 прелюдия» циклы (1951—1963)
- Балалар өсөн ун ике пьеса (1950 йылда алты, 1966 йылда алты)
- Тынлы оркестр өсөн әҫәрҙәр
- Әзербайжан халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн әҫәрҙәр
- Ашуғ маршы (1944)
- Эстрада оркестры өсөн әҫәрҙәр
- Музыкаль оҙатыуһыҙ хор өсөн йырҙары
- «Бишек йыры» (1939)
- «Көҙ» (Низами Гәнжәүи һүҙҙәре, 1947)
- Драма театрҙары спектаклдәренә музыка
- 1942 — «Мирза Хаял», Мир Джәләл
- 1947 — «Еңеүселәр», Б. Ф. Чирсков
- 1949 — «Отелло», У. Шекспир
- 1949 — «Бейеү уҡытыусыһы», Лопе де Вега
- 1955 — «Ҡышҡы әкиәт», У. Шекспир
- 1955 — «Оптимистик трагедия», В. В. Вишневский
- 1956 — «Һармаҡ», Н. Хикмәт
- 1958 — «Йүгереү», М. А. Булгаков
- 1959 — «Дамокл ҡылысы», Н. Хикмәта
- 1959 — «Маскарад», М. Ю. Лермонтов
- 1962 — «Бисәләр болаһы», Н. Хикмәт һәм В. Г. Комиссаржевский
- 1964 — «Антоний һәм Клеопатра», У. Шекспир
- 1966 — «Кеше якорь ташлай», И. А. Ҡасумов
- 1966 — «Үлеләр», Д. Г. Мамедкулизаде
- 1968 — «Сент-Экзюпери тормошо», Л. А. Малюгин
- 1968 — «Гамлет», У. Шекспир
- 1966 — «Үлеләр», Д. Г. Мамедкулизаде
- 1968 — «Сент-Экзюпери тормошо», Л. А. Малюгин
- 1968 — «Гамлет», У. Шекспир
- 1969 — «Генрих IV», У. Шекспир
- 1970 — «Артём», А. А. Хазин
- 1972 — «Йәшел ишек артындағы ҡатын» Р. М. Ибраһимбәков.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1937 — «Одна из одиннадцати» (документаль фильм)
- 1943 — «Одна семья»
- 1944 — «Каспийцы» (документаль фильм)
- 1948 — «Вечерний концерт» (документаль фильм)
- 1950 — «Огни Баку»
- 1950 — «Мингечевир» (документаль фильм)
- 1953 — «Повесть о нефтяниках Каспия» (документаль фильм)
- 1955 — «Вьетнам»
- 1956 — «Урок истории»
- 1957 — «Двое из одного квартала»
- 1957 — «Дон Кихот»
- 1958 — «Её большое сердце»
- 1959 — «На дальних берегах»
- 1959 — «Золотой эшелон»
- 1959 — «Настоящий друг»
- 1959 — «Покорители моря» (документаль фильм)
- 1960 — «Маттео Фальконе»
- 1961 — «Лейли и Меджнун» («Сказание о любви»)
- 1965 — «Великая Отечественная»
- 1967 — «Гренада, Гренада, Гренада моя…»
- 1967 — «Человек бросает якорь»
- 1968 — «Это голос правды. Композитор К. Караев» (документаль фильм)
- 1968 — «Третья симфония» (фильм-концерт)
- 1971 — «Гойя, или Тяжкий путь познания»
- 1972 — «Правда о республике» (документаль фильм)
- 1974 — «Гимн дружбы» (документаль фильм)
- 1975 — «Легенды мира»
- 1978 — «Кара Караев — 60» (документаль фильм)
- 1979 — «Композитор Кара Караев. Опус — 78» (документаль фильм)
- 1982 — «Низами»
- 1982 — «Семь красавиц» (фильм-балет) (режиссёры — Феликс Слидовкер, операторы — Александр Тафель)
- 2003 — «Кара Караев» (документаль фильм).
Ҡара Ҡараев иҫтәлеген мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡара Ҡараев исемен йөрөтәләр:
- Баҡыла метро станцияһы
- Баҡыла проспект
- Имишли ҡалаһындағы урам
- Мәскәүҙә 75-се балалар музыка мәктәбе
- Баҡыла 8-се балалар музыка мәктәбе
- Карап
- Баҡыла «Низами» кинотеатры эргәһендә Ҡара Ҡараевҡа һәйкәл ҡуйылған
- Баҡыла Ҡара Ҡараев йәшәгән йорттоң стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған
- 2014 йылдың 20 июнендә Мәскәүҙә Трёхпрудный тыҡрығында Ҡара Ҡараев 1973—1982 йылдарҙа йәшәгән 11/13-сө йортта иҫтәлекле таҡтаташ асыла (авторҙары — скульптор Г. Хагверди һәм архитектор П. Козлов).
-
Баҡыла Ҡара Ҡараев йәшәгән йорттоң стенаһындағы иҫтәлекле таҡтаташ
-
Баҡыла Ҡара Ҡараев һәйкәле. Скульптор Ф. Нәджәфов
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France Qarayev, Qara Əbülfǝz oğlu (1918-1982) // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118859935 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Караев Кара Абульфаз оглы // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Kara (Gara) Garayev // Musicalics (фр.)
- ↑ Kara Abulpaz Karajev // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ Qarayev, Qara // Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ Кара Караев // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ КАРА́ЕВ // (unspecified title)
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Qarayev, Qara // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 11. Италия — Кваркуш. 1973. 608 стр., илл.; 39 л. илл. и карт. 1 карта-вкл.
- ↑ КАРАЕВ в энциклопедии музыки
- ↑ Советская энциклопедия, Советский композитор. Москва. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982
- ↑ Bakililar.AZ Forum
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡараев Ҡара Әбелфәз улы . «Герои страны» сайты.
- Сайт, посвящённый Караеву 2008 йыл 14 май архивланған.
Ҡараев Ҡара Әбелфәз улы . «Герои страны» сайты. (рус.)(рус.)
- Статья о Караеве (әзерб.)(әзерб.)
- Исповедь седьмого ученика Кара Караева
- А. Бретаницкая. Кара Караев
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абасова Э. Караев Кара Абульфаз оглы // Большая советская энциклопедия / А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 11. — 608 б.
- Карагичева Л. Караев Кара Абульфаз оглы // Балеты Кара Караева / А. М. Прохоров. — 3-е изд. — Л.: Музгиз, 1959. — Т. 11. — 608 с.
- Карагичева Л. Кара Караев. — М.: Советский композитор, 1960.
- Бонч-Осмоловская Е. К. Балеты Кара Караева «Семь красавиц» и «Тропою грома». — М.: Советский композитор, 1961. — 89 с.
- Томсон Г. В. (сост.). «Тропою грома» Кара Караева. — Л.: Государственное музыкальное издательство, 1962. — 44 с. — 6000 экз.
- Фархадова Р. Балеты Кара Караева. — Баку, 1970. — 54 с.
- Персон Д. М. К. А. Караев. Ното-библиографический справочник. — М.: Советский композитор, 1976. — 192 с.
- Караев К. Статьи. Письма. Высказывания. / Составитель Л. В. Карагичева. — М.: Советский композитор, 1978. — 462 с.
- Карагичева Л. Кара Караев: личность, суждения об искусстве. — М.: Музыка, 1994.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Автор проекта Анна Амрахова, директор проекта Тариель Мамедов (әзерб.)баш.. Сайт, посвящённый Кара Караеву . qara-qarayev.musigi-dunya.az. Дата обращения: 1 февраль 2015. (рус.)(рус.) (әзерб.)(әзерб.) (инг.)(инг.)
- Azad Sharifov. Remembering Gara Garayev. A Legend in His Own Time - 80th Jubilee (инг.) // Azerbaijan International. — Autumn 1998. — № 6.3. — С. 24-32.
- Aida Huseinova. Gara Garayev's 85th Jubilee (инг.) // Azerbaijan International. — Spring 2003. — № 11.1. — С. 14.
- Мустафаева А. Исповедь седьмого ученика Кара Караева // Azeri.ru.
- Бретаницкая А. Кара Караев // Belcanto.ru. — 2 января 2011.
- Аверина Е. Писатель музыки // Баку : журнал. — 2013. — № 36.
- 5 февралдә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Баҡыла тыуғандар
- 13 майҙа вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин премияһы лауреаттары
- Әзербайжан ССР-ының халыҡ артистары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- СССР-ҙың академик музыканттары
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- XX быуат кинокомпозиторҙары
- СССР кинокомпозиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Әзербайжан кинокомпозиторҙары
- Әзербайжан опера композиторҙары
- Оперетталар композиторҙары
- Әзербайжан балет композиторҙары
- XX быуаттың балет композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- XX быуат музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Әзербайжан юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған артистары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр