Эстәлеккә күсергә

Байыҡ сәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Байыҡ Айҙар битенән йүнәлтелде)
Байыҡ Айҙар
Исеме

Байыҡ Аблаев

Тыуған көнө

1 декабрь 1710({{padleft:1710|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы [1] Мәхмүт ауылы

Вафат булған көнө

10 октябрь 1814({{padleft:1814|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (103 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

сәсән, ҡурайсы, шағир

Атаһы

Байназар тархан

Байыҡ Айҙар (1 декабрь 1710 йыл10 октябрь 1814 йыл) — сәсән, шағир-импровизатор, башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшеүсе.

Байыҡ сәсән Златоуст өйәҙенең Мырҙалар волосындағы[1] Мәхмүт[2] ауылында 1710 йылдар тирәһендә тыуған. 1812 йылда башҡорт халҡын француз яуына ҡаршы саҡырған өндәмәһендә: «Йөҙ йыл буйын уйлаған» — тигән юлдары ла юҡтан тыумаған. Ул XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының, Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған.

Байыҡ Салауаттың атаһы Юлай, уның атаһы Аҙналы менән Әй буйын биләгән Байназар тархандың улы булған. Байназар тархандың биш улы: өлкәне Байыҡ, икенсеһе Танып, өсөнсөһө Тайып, дүртенсеһе Ҡайып, бишенсеһе Танһыҡ булған.

Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән. Үҙ алдына көн иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙын урлаған да был диярҙа тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Танып менән Ҡайыбы бер яуҙа ғәйеп булған. Байназар төпсөк улы Танһыҡ менән көн күргән.

«Урал» йыры авторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байыҡ Айҙарҙың башҡорт халҡының гимнына әүерелгән «Урал» йырын сығарыуы уны башҡа сәсәндәрҙән айырып тора һәмтағы ла данлыраҡ итә.

« Урал йыры иң тәү "Йәйләүек", һуңынан "Ете ырыу", унан "Урал" булып киткән", »

 — тип яҙа үҙенең «Сәсән аманаты» китабында Мөхәмәтша Буранғолов. Мәхмүт сәсән булған ерендә «Урал» йырын йырлар алдынан, уны Байыҡ сәсән сығарғанлығы хаҡында мәғлүмәт биреп башҡарған[3].

  • 2008 йылдың мартында Байыҡ сәсәндең тыуған төйәге Мәхмүттә башҡорт халҡының аҫыл улына уның вариҫтары һәйкәл асты.
  • Салауат районының Арҡауыл ауылындағы урта мәктәп Байыҡ сәсән исемен йөрөтә.
  • Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы (2015) айҡанлы интернет селтәрендә Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үткәрелә.
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
  2. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса Салауат районы Арҡауыл ауылы.
  3. Буранғолов М. «Сәсән аманаты». — Өфө, 1995.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Байыҡ сәсән

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фәнирә Ғайсина. Байыҡ Айҙар сәсән һәм «Урал батыр» эпосы — Йүрүҙән, 2022, 14-се һан, 8 апрель
  • Абдуллина М. Ф.«Байыҡ Айҙар сәсән» (сценарий), «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2011, 11-се һан