Ҡобағош сәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡобағош сәсән (XV—XVI бб.) — башҡорт сәсәне. Ҡобағош сәсәндең ниндәй йылдарҙа тыуыуы һәм йәшәүе тураһында асыҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа ҡайһы бер ҡаҙаҡ һәм башҡорт фольклор материалдарына ҡарап, ул йәшәгән дәүерҙе тойомларға мөмкин. Шул уҡ сығанаҡтарҙан Ҡобағоштоң оло шәхес һәм оҫта сәсән булыуы ла күренә.

Ҡобағош сәсәнгә ҡағылышлы фольклор материалдарында өс быуатҡа ҡараған шәхестәр телгә алына. Мәҫәлән, Ҡара Хандың XIV быуаттың икенсе яртыһында йәшәгәнлеге билдәле. Ҡара Ҡоломбәт тә тарихи шәхес тип күрһәтелә һәм уның XV быуатта Дим буйҙарын биләүе әйтелә. Шәжәрәләрҙән күренеүенсә, Бикбау, Шаҡман бейҙәр Иван IV заманында, йәғни XVI быуаттың тәүге яртыһында көн иткәндәр. Йәғни, Ҡара Ҡоломбәт менән Бикбауҙар йәшәгән ике дәүер араһы яҡынса 50 — 60 йылдарҙы тәшкил итә. Шунан сығып, Ҡобағош сәсәндең йәшәү ижад осоро XV быуаттың беренсе яртыһына тап килә тип уйларға мөмкин. Һәр хәлдә Ҡобағош сәсәндең эшмәкәрлеге, фольклор материалдарына ҡарағанда, Алтын Урҙаның тарҡала башлауы һәм Урыҫ дәүләтенең нығыныу осорона тап килә. Ҡобағош шул замандың батыры һәм сәсәне булған.

Ҡыҫҡаса аңлатма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борон Дим буйында йәйләгән, Торатауҙа ҡышлаған Ҡара-ғөлөмбәт тигән хан булған. Уға саҡлы ул ерҙе мең башы булып танылған Ҡобағош тигән бей биләгән. Ҡарағөлөмбәт хан булып, Дим буйын алғанға, Ҡобағош уға баш һалмай, ике араһы яулашҡандар. Ҡобағош ҡаршы тора алмай Ҡарағөлөмбәттән еңелгәс, Ҡатай яғына ҡасҡан. Ҡобагош үҙе сәсән булған. Тирә-яҡтағы бейҙәр үҙ-ара һөйләшеп, уны тоторға булған, ләкин тота алмаған. Ҡобағоштоң Айбағыш менән Көнбағыш тигән улдары үҫеп, Үҫәргән ырыуын ҡыйрата башлағас, Бикбау бей, илсе ебәреп, килешергә һораған.

Ҡобағош әйткән: «Мин риза, тик бер шартым бар. Бикбау бейгә әйт, йыйында кем һөйләһә лә, ирек булһын. Халыҡ кемде ғәйепле тапһа, уға үлем булһын. Шуға риза булһа, мин барам», — тигән. Бикбау бей аҡыл эйәләрен йыйып, кәңәш-төңәш иткән. Ханға ла әйткән. Былар уйлашҡан-уйлашҡан да нисек тә Ҡобағош сәсәнде һөйләтмәҫкә юл эҙләгәндәр. Хан кәңәш биргән:

— Һин, — тигән, — сәсәндәреңде йый, йомаҡ әҙерләһендәр. Ҡобағош уны-быны уйламай, әҙерләнмәй килер. Шул йомаҡҡа яуап бирә алмаһаң, һүҙ ҙә асмай, буй бирәһең, тип әйт, — тигән, ти. Шулай итеп, һүҙ төйнәп, Ҡобағошто саҡырғандар. Ҡобағош килгәс, Бикбау бейгә: — Халыҡ һинән дә, минән дә ҡурҡмаһын, ғәйеплене үлем көткәнде белһен. Минең улымдың береһе һинең күкрәккә, һинең улың минең күкрәккә хәнйәрҙәрен терәп торһондар, — тигән. Бикбау бей риза булған да: — Йә, кем һүҙ аса, һинме, минме? — тигән. Ҡобағош: — Мин һөйләһәм, һиңә һүҙ ҡалмаҫ! Әйтереңде әйтеп үл, һин башла, — тигән. Бикбау: — Минең шартым бар: бер сәсәнемә ҡушам, йомаҡ әйтһен. Шуға яуап бирә алмаһаң, һинең телең киҫелһен. Башың киҫһәм дә, мин хаҡлы, ни эшләтһәм дә, мин хаҡлы булайым, — тигән. Ҡобағош: — Ярай, тапһам, үҙеңә лә шул шартмы? Бикбау бей риза булған. Ул алдан әйтеп ҡуйған сәсәне Аҡ-мырҙаны саҡырып: — Йомағың булһа, йомаҡ әйт, бүтәнең булһа, бүтәнде әйт, Ҡобағошто еңһәң, һиңә дан! — тигән.

Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«

Аҡмырҙа:

Яманға ҡаршы тулҡынған,
Яҡшыға ҡарап урғылған,
Диңгеҙҙән дә ятыулы,
Уралдан да артыулы —
Нимә булыр? Әйт шуны,
Сәсән булһаң, тап шуны.
Булаттан үткер, яу ҡыйыр,
Ҡан сығармай яу һуйыр,
«Мин-мин» тигән, «мин»тигән
Бауыры бөтөн Хоҙайҙай,
«Мин, үҙем мин — хан» тигән,
«Бар фарманым — дан» тигән
Хандан ҡурҡмаҫ бар микән,ау,
Бейҙән өркмәҫ бар микән?
Ағыр һыуҙы аҡтырмаҫ,
Юлына туҙан ятҡырмаҫ,
Төнлөгөн ҡурҡып яптырмаҫ,
Атанан күреп уҡ юнған,
Иркә үҫеп ир булған,
Толпар менеп ир күргән
Хандан ғәййәр кем булыр, ау,
Бейҙән тайяр кем булыр?

Ҡобағош:

Донъяла иң тулҡынлы,
Ҡайнап торған упҡынлы,
Уралдан да артыулы,
Диңгеҙҙән дә ятыулы —
Туңмай ятҡан ил зары,
Тынмай аҡҡан ил зары
Булаттай үткер, яу ҡырып,
Ҡан сығармай яу һуйыр,
Ил сигендә дан алған,
Ил тышында һан алған
Ханға ҡаршы уҡ булған,
Бейгә ҡаршы ут булған -
Сәсән булмай, кем булһын,
Сәсәнгә тиң кем булһын:
Яманлыҡты яҡламаҫ,
Дошман хәтерен һаҡламаҫ,
Яҡшылыҡты һөйөр ул,
Илдең зарын һөйләр ул,
Яуға саҡырып өндәр ул,
Дауға саҡырып өндәр ул,
Атанан күреп уҡ юнған,
Яуҙа үҫеп ир булған,
Таянғаны ил булыр, -
Ханға ҡаршы яу булыр, ау,
Ханға ҡаршы ҡан булыр.

»

Ҡобағош яуап биргән һуң, Бикбау бей ҙә, Аҡмырҙа сәсән дә һүҙһеҙ ҡатып ҡалған, ти. Ҡобағош улына: — Ал хәнйәрең, тыҡ ҡыныңа! — тигән.

Бикбауҙың улы ла, Ҡобағоштоң улы ла хәнйәрен ҡынға тыҡҡас, Ҡобағош Бикбау бейгә яҡын килеп, тағы ла өҫтәп әйткән, ти: Әйткәнемде тыңлаһаң, Тел төбөмдө аңлаһаң, Үҙеңде бей ҡуйырмын, ау, Ҡарышһаң, тотоп һуйырмын... Алдымда, Бикбау, әйт һүҙең: Аманлыҡмы теләйһең, Яманлыҡмы теләйһең, ау, Хан һүҙенме һөйләйһең? Яманлығың ҡуймаһаң, Хандан күңелең уймаһаң, Һаман ҡандан туймаһаң, Толпарға менгән улдарым Атанан күргән юлдарын Ташлап ситкә тайшанмаҫ, Һыныңа ҡарап аңшаймаҫ, Сергеһенән ҡан кисмәй, Арыҫландай айҡап ҡан эсмәй, Аттан эйәр алмаҫтар, ау, Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар! Бикбау бей һүҙ биреп, үлемдән ҡалһа ла, аҙаҡ һүҙен боҙған. Хандан көс алып, ул да етмәгәс, ҡаҙаҡ бейҙәренә мал биреп, яу саҡырып, күп йыл буйы һуғышҡан. Бара-бара халыҡ, Бикбау менән ханды берәм-берәм ташлап, Ҡобағошҡа ыҡлаған. Хан түҙмәгән, ҡасҡан. Бикбау ҡалған, Ҡобағошҡа буй биргән. Ҡарағөлөмбәт бүтән хандарҙан көс алып, ил өҫтөнә килерҙе ишеткәс, Ҡобағош ат саптырып, ил йыйған.

— Был хандан ҡотолоп булмаҫ, аҡ батшанан ярҙам һорайыҡ, беҙгә ярҙам бирһен. Арала ыҙғыш бөтһөн, ырыу-ырыуға ерҙе бүлеп бирһен, — тип Үҫәргәндән Бикбау бейҙең үҙен, Бөрйәндән Иҫке бейҙе, Ҡыпсаҡтан Ҡарағужаҡты, Тамъяндан Шаҡманды аҡ батшаға ебәргән, ти.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. ISBN 5-295-03806-8
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. ISBN 978-5-04834-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]