Ҡарас сәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡарас сәсән (XVII—XVIII бб.)

Ҡарас сәсән тураһында бик аҙ ғына мәғлүмәттәр һаҡланған. Риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, Ҡарас сәсән Ҡобағош сәсәндең бүләһе. Уның атаһы Ҡушкилде, бабаһы Көнбағыш, бабаһының атаһы Ҡобағош сәсән. Уның йәшәгән ере — Тамъян-Ҡатай яғы (хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылы урыны). Атаһына оҡшап, Ҡарас батыр булған һәм уҡтан мәргән атҡан. Ҡаҙаҡ барымтасыларына ҡаршы барған, башҡорт яуҙарында ҡатнашҡан. Сәсәнлеге менән дә халыҡ араһында дан алған. Риүәйәттәрҙә уның сәсәнлек өлгөләре һаҡланған.

1750 йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантоны Наурыҙ ауылы башҡорттарының төп аталары Айбағыш, Көнбағыш исемле ике бер туған булған. Айбағыштан Килдеш исемле атҡыс, мәргән тыуып заманында тиңһеҙ булған. Көнбағыштан Ҡушкилде тыуып, ул да атҡыс булған. Ҡушкилденән Ҡарас исемендә бер улан ҡалған. Ҡарас та, атаһы һымаҡ, уҡ-һаҙаҡҡа бирелеп, йәштән батырлыҡ, атҡыслыҡ исемен алып, һәр ваҡыт Килдеш батыр менән бергә яу ҡайтарып, яу сабып йөрөгән… Әүәл атҡыстар йыйылышып майҙан тотҡан. Килдеш менән Ҡарастан алда һис кем булмаған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Өфө2006 йыл. ISBN 5-295-03806-8
  • Ғ.Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. Өфө-2010. ISBN 978-5-04834-0