Эстәлеккә күсергә

Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәйҙулла Шәрифуллин битенән йүнәлтелде)
Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1883
Тыуған урыны Ҡораласыҡ, Семилетка ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 1959
Вафат булған урыны Ибраһим, Иҫке Күктау ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир

Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы (18831959) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.

Шәрифуллин Шәйҙулла Шәрифулла улы 1883 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Ҡораласыҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) тыуған. Милләте буйынса — башҡорт.

Башланғыс белем ала. Мулла булып хеҙмәт итә. 1931 йылдың 26 мартында репрессияға дусар ителә һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә[1].

1920‑се йылдарҙан алып Башҡорт АССР-ының Бөрө кантонында йәшәй, Башҡорт АССР-ы Илеш районы колхозында эшләй.

1959 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районы 5-6-сы участка ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Ибраһим ауылы) вафат була. 1989 йылдың 6 майында аҡлана.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәсән үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡ араһында аң-белем таратыуҙы пропагандалаусы ролендә сығыш яһай. Шәйҙулла Шәрифуллин буйынса, мәҙәниәтле кешегә сәнғәткә, шул иҫәптән сәсән сәнғәтенә хөрмәтле мөнәсәбәт хас булырға тейеш[2].

Уның «Сәсән» һәм «Милли музыка» шиғырҙары башҡорт милли рухы менән һуғарылған, ә «Эш һәм намыҫ» һәм «Трактористар йыры» шиғырҙары кеше хеҙмәтен данлай. 1953 йылда А. И. Харисов Шәйҙулла-сәсәндән яҙып алған әҫәрҙәр «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына индерелгән. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге ғилми архивында һаҡлана[3].

  • Галин С. Ә. Шәйҙулла сәсән. // Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. Өфө, 2009.