Эстәлеккә күсергә

Усманов Ғиндулла Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғиндулла Усманов битенән йүнәлтелде)
Усманов Ғиндулла Ғариф улы
Тыуған көнө

18 июнь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Ғүмәр ауылы

Вафат булған көнө

1956({{padleft:1956|4|0}})

Вафат булған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Кушнаренко районы, Ғүмәр ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

шағир

Усманов Ғиндулла Ғариф улы (18 июнь 1875 йыл1956 йыл) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.

Усманов Ғиндулла Ғариф улы 1875 йылдың 18 июнендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Ғүмәр ауылында тыуған.

1884—1891 йылдарҙа Арыҫлан ауылы мәҙрәсәһендә белем ала.

1917 йылға тиклем Шәрип улусы сәркәтибенең ярҙамсыһы, һуңынан Өфө өйәҙенең ер идаралығында эшләй. 1930-сы йылдарҙа колхоздар ойоштороуҙа ҡатнаша.

1956 йылда Ғүмәр ауылында вафат булған.

Ғиндулла бәләкәйҙән үткер телле, йырҙар, бәйеттәр, әкиәттәр һәм башҡалар тураһында ишеткәндәрен яҙҙырырға яратҡан, ваҡыт уҙыу менән үҙе лә шиғырҙар яҙа башлаған. Тәүге шиғыры «Мин йырлайым» тип аталған тәүге шиғыры 1913 йылда ижад ителгән, автор был әҫәрен башҡорт халҡының яҙмышы өсөн борсолоп яҙған.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивында уның шиғырҙары менән бер нисә ҡулъяҙмалары һаҡлана. Әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө — «Ваҡыт», «Бәхет», «Баһа бирелә» шиғырҙары, «Ҙур ыласын», «Кем көслө?» әкиәттәре «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылған.