Усманов Ғиндулла Ғариф улы
Усманов Ғиндулла Ғариф улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Ғүмәр ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Кушнаренко районы, Ғүмәр ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Усманов Ғиндулла Ғариф улы (18 июнь 1875 йыл — 1956 йыл) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усманов Ғиндулла Ғариф улы 1875 йылдың 18 июнендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Ғүмәр ауылында тыуған.
1884—1891 йылдарҙа Арыҫлан ауылы мәҙрәсәһендә белем ала.
1917 йылға тиклем Шәрип улусы сәркәтибенең ярҙамсыһы, һуңынан Өфө өйәҙенең ер идаралығында эшләй. 1930-сы йылдарҙа колхоздар ойоштороуҙа ҡатнаша.
1956 йылда Ғүмәр ауылында вафат булған.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғиндулла бәләкәйҙән үткер телле, йырҙар, бәйеттәр, әкиәттәр һәм башҡалар тураһында ишеткәндәрен яҙҙырырға яратҡан, ваҡыт уҙыу менән үҙе лә шиғырҙар яҙа башлаған. Тәүге шиғыры «Мин йырлайым» тип аталған тәүге шиғыры 1913 йылда ижад ителгән, автор был әҫәрен башҡорт халҡының яҙмышы өсөн борсолоп яҙған.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивында уның шиғырҙары менән бер нисә ҡулъяҙмалары һаҡлана. Әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө — «Ваҡыт», «Бәхет», «Баһа бирелә» шиғырҙары, «Ҙур ыласын», «Кем көслө?» әкиәттәре «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галин С. Ә. Ғиндулла сәсән // Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. — Өфө: Китап, 2004. — 389 бит. ISBN 5-295-03385-6
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галин С. Ә. Усманов Ғиндулла Ғариф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.