Бәйет
Уҡыу көйләүҙәре
Бәйет — халыҡ ижады менән яҙма поэзия традицияларын берләштергән берекмә жанр. Унда боронғо яҙма мәҙәниәткә хас иҫке лексик, грамматик һәм стилистик яҙмаләр йыш осрай. Ә халыҡтан яҙып алынған һәм ауыҙ-тел поэзияһы традицияларында үҫкән өлгөләр ғәҙәти тел-стиль төҫмөрҙәре менән, нигеҙҙә, һөйләү телендә — башҡортса әйтелә.
Бәйеттәрҙең йәнә бер үҙенсәлеге — шәхси ижад башланғыстарының ҙур ғына урын тотоуында.
Борондан уҡ бәйеттәр, башҡа жанрҙар кеүек, импровизация юлы менән сығарылған. Ул халыҡ йыйындарында, мәжлестәрҙә, һабан туйҙарында әйтелеп, телдән-телгә күскән.
Бәйеттәрҙең бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи бәйеттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йола-хөрәфәт бәйеттәре
- Тарихи бәйеттәр
- Тыуған яҡ һәм ер бәйеттәре
- Һалдат бәйеттәре
- Һуғыш бәйеттәре
- Япон һуғышы бәйеттәре
- Герман һуғышы бәйеттәре
Тормош-көнкүреш бәйеттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙҙар бәйеттәре
- Йыл миҙгелдәре бәйеттәре
- Шулай уҡ башҡа темаларға бәйле бәйеттәр
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1978 йыл 397 бит
- Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө-2004 йыл. «Китап» 390 бит. ISBN 5-295-03140-3
- Иҙелбаев М Х., Сөләймәнов Ә. М., Юлмөхәмәтов М. Б. Туған әҙәбиәт. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл. «Китап» 277 бит. ISBN 978-5-295-04251-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлина Г. С. Бәйет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Һуғыш осорондағы йырҙар, таҡмаҡтар, бәйеттәр
- Изге юлдарҙан йөрөгөҙ