Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы
Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1891 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1969 |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы |
Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы Ғәтиәтуллин (1891—1969) — башҡорт импровизатор-шағиры, сәсән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы 1910 йылдың 2 июлендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы) Шыршы-Тартыш ауылында тыуған.
Бөрө мәҙрәсәһендә белем алған. Төрөк һәм ғәрәпдәрен белгән. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. 1931—1933 йылдарҙа Шыршы-Тартыш ауыл мәктәбендә уҡыта, артабан ауыл советы секретары, колхозда иҫәпсе булып эшләй[1].
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсәҙулла Ғәтиәтуллин ижад менән ғүмеренең һуңғы йылдарында, пенсияға сыҡҡандан һуң, ғына шөғөлләнә башлай. Яҙыусының әҫәрҙәре нигеҙендә — башҡорт халҡы яҙмышы («Атам ҡара башҡорт булған», «Беҙ — бәхетле халыҡ», «Беҙ көрәштек» һәм башҡалар). Ғәтиәтуллиндың ижадында тос урынды сатирик шиғырҙар биләй, шиғырҙарҙа кешелек аҙғынлығы көлкөгә ҡалдырыла — «Алдаҡсы» «Ярар, бабай, ярар!» һәм башҡалар.
Авторҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре «Башкорт халык ижады» йыйынтығына индерелде. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асадулла Гатиятуллин (1891—1969) 2016 йыл 21 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галин С. А. Асадулла Гатиятуллин Гатиятуллович.// Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә(недоступная ссылка). — Уфа: Научное издательство «Башҡортостан энциклопедияһы».
- [1] Гатиятуллин Асадулла