Эстәлеккә күсергә

Бәләкәй Ҡыпсаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәләкәй Ҡыпсаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°17′07″ с. ш. 57°47′13″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 820 004

ОКТМО коды

80 619 420 111

Бәләкәй Ҡыпсаҡ (Рәсәй)
Бәләкәй Ҡыпсаҡ
Бәләкәй Ҡыпсаҡ
Бәләкәй Ҡыпсаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Бәләкәй Ҡыпсаҡ

Бәләкәй Ҡыпсаҡ (рус. Малый Кипчак) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ҡыпсаҡ ауыл советана ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 57 кеше[1]. Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80219820004.

Бәләкәй Ҡыпсаҡ — ауылы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл. Ул Үҙән йылғаһы буйында, һөҙәк тау битендә урынлашҡан. Тирә-яғын ҡуйы урмандар ҡаплап тора. Тау башынан ҡарағанда, ауыл соҡор эсендә ултырған кеүек тойола.

Алыҫлығы:[2]

Ауыл янындағы ер-һыу атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл янындағы ер-һыу атамалары бик һуң барлыҡҡа килгән һәм ҡасандыр ошонда йәшәп киткән кешеләр менән бәйле. 1950 йылға тиклем үк, Үҙән йылғаһының һул ярында урман ҡарауылсыһы Капалов Петр Иванович йәшәгән (башта ул дүрт бүлмәле ҙур йортта тора, ауыл төҙөлә башлағас, иҫке өйҙө һүтеп, шул нигеҙгә бәләкәйерәк өй һалып бирәләр — 90-сы йылдарға тиклем ултыра был йорт).

Ауылдан көнсығышта, 200—300 метр алыҫлыҡта, ҙур булмаған асыҡлыҡ бар — унда Петр Иванович бесән сапҡан. Бөгөнгө көндә был асыҡлыҡ Кыпыл сабыны тип йөрөтөлә.

Һарағы юлы буйындағы һулаҡайҙағы асыҡлыҡты Кәлентей баҡсаһы тип атаған халыҡ. Элек ошо ерҙә Кочетков Калентий баҡса тотоп, картуф сәскән. Атама шунан ҡалған да инде.

Һарғая юлы буйында әүәл икешәр квартиралы 4 йорт була. Халыҡ күсенеп киткәс, иң аҙаҡҡы булып, ошо йорттарҙың береһендә Ҡарасурин Муса Сәләх улы йәшәй. Ул күсенеп киткәс, был тирә Муса туғайы тип атала.

Кыпыл сабыны янындағы ауылда күренеп торған ҡабаҡ Пикарный тауы, ә үҙәк Пикарный тип аталыуы ҡыуғын мәлендә ошо урында төҙөлгән пекарнянан тороп ҡалған.

Үҙән йылғаһының ҡаяға һуғылып, киҫкен боролош яһап аҡҡан һулаҡай яры — шау ҡырсын аръяҡтағы ҡаршыһындағы ҡая — Ҡырсынҡая исемен алған. Янындағы үҙәктән Суҡмуйыл (һөрөп ташланғанға ҡәҙәр суғым ғына муйыл ағастары бар ине) яландары янынан башланған ҡотоғо аға. Элек йәшәп киткән урыҫтарға эйәрә, ауыл халҡы туғайҙарҙы исеме менән түгел, ә кисеү һаны менән йөрөтә. Урал колхозы биләмәһенә ҡараған был туғайҙарҙың үҙ атамаһы бар.

Пикарный тауының урта билен ярып, атылып сыҡҡан шишмә — Түбәнге ҡотоҡ, ә үрҙәрәк Алаша ҡотоғо бар. Халыҡ ошо ҡотоҡтарҙан, Үҙәндән һыу ала.

Тарих яҙыр инем ташына

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылға тиклем хәҙерге ауыл ултырған тау битендә ҡуйы урман, Үҙән туғайы шау әрәмәлек була. Был тирәлә тик урман ҡарауылсыһы Петр Иванович Капаловтың ғына, русса әйтмешләй, кордоны була. (Ауылдың тәүге — Кордон исеме лә шунан ҡалған. Ә рәсми документтарҙа Бәләкәй Ҡыпсаҡ тип яҙыла — ауылдың тәүге уҡытыусыһы Ғәликәев Мөҙәрис, ауыл советы рәйесе Ғәлиәкбәров Ғәлийәндәр яҙҙыралар).

1950 йылда Әүжән химлесхозына ҡарағанКөньяҡ Үҙән участкаһы асыла. Участкала ағас ҡырҡыу, таҡта ярыу, һал ағыҙыу эштәре башҡарылырға тейеш була. Ситтән эшселәр йыйыу башлана. Килеүселәр өсөн биш бүлмәле дөйөм ятаҡ төҙөлә. Янында дөйөм мунса ла була. Шулай уҡ, күрше ауылдарҙан йөрөп эшләүселәр ҙә була.

Участканың тәүге мастеры — Яхин Рәхимйән. Был осорҙа сайырсылыҡ киң ҡолас ала. Сайыр ағыҙыу — мәшәҡәтле эш. Шуға ла уға әҙерлек ҡыш көнө үк башлана. Ҡыш диләнкәләге ҡарағайҙың ҡабығы әрселә. Ул осорҙа тимер мискәләр булмай. Ағас мискә һәм ҡатырға мөшкәт(воронка) һәм ағас сөй әҙерләү өсөн 1952 йылда бондарка асыла. Тәүге бондар (мискә яһаусы) Витя Пиндюрин. Мискә өсөн бер тигеҙ таҡталар — көлөпкә ярыла. Уны бондарканың сушилкаһында киптерәләр.

Сушилкала Гущенская Мария (аҙаҡ Һарғаяла йәшәй) эшләй. Ут яғып, глицерин ҡатнаштырып, елем әҙерләнә. Кипкән таҡтанан, алты урындан ҡоршау һуғып, төпләп мискә яһайҙар. Эҫелә ултырған мискәнең бик тиҙ ҡорғаҡһып шаурауы мөмкин. Шуға ла, мискәне диләнкәләргә таратҡас, ерҙә баҙ ҡаҙып, «хронилкаға» ултырталар. Ағас сөй ярыу эше лә булған. Шулай уҡ, газогенераторлы техника өсөн «чурка» ярғандар.

Ҡайын ағасынан, башта тәгәрмәстәр бысып, шаҡмаҡлап туралған утын яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Эшселәр бер диләнкәлә бригада ысулы менән күмәкләп «һыҙып», (ағастарға сайыр ағыҙып төшөрөү өсөн һаҡ (резец) менән һыҙылған юлдар), бергәләп йыйғандар. Быға урмандарҙа айыуҙарҙың ишәйеүе, кеше ашау осраҡтары булыуы ла сәбәп .

Ауылда барлығы 1 ат, ул да булһа, начальник өсөн. Еккегә ике үгеҙ тотола. 1952 йылда эш тарҡала башлай, килгән кешеләр ҙә ҡайталар. 1953 йылда, эш яңынан башланғас ҡына, ғаиләлеләр күсеп килә башлайҙар. Беренсе булып — Петр Поросенков, икенсе — Әйүп Әбдрәшитов. Шул уҡ йылдың 8 июнендә Ҡаһарманов Мөхәмәдйән, унан Исмәғилев Хәкимйәндәр ғаиләләре менән киләләр. Ситтән кешеләрҙе эшкә йыйыу башлана, вербовать ителеп тә киләләр. Әүжәндән килгән балтасылар бригадаһы икешәр квартиралы дүрт йорт төҙөйҙәр(унда бондарҙар һәм уҡытыусылар тора).

Ирҙәр ҡыш Әүжәндә ағас ҡырҡыуҙа яталар. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, бригада ысулы менән, акаринйәлә(ағас ҡабығын әрсеүҙә) йөрөйҙәр. Йәй ирҙәр сайыр һыҙа, ә ҡатын-ҡыҙҙар йыя (тулы мөшкәттәрҙәге сайырҙы махсус бысаҡ менән биҙрәгә йыйып, биҙрәләгеһен төйөп-төйөп мискәгә тултырыу). Тәүге сборщиктар (сайыр йыйыусылар): Юлдашева Ғәфифә, Теләүбаева Бибиямал, Байрамғолова Йәмилә, Абдуллина Зәйтүнә, Алтыншина Хәҙисә. Сайыр ташыу эшендә Исмәғилев Х. менән Ҡаһарманов М. йөрөйҙәр. Ат көсөнә мохтажлыҡ тыуғанға, 1954 йылда 28-30 эш аты килтерелә. Ошо осорҙа иң тәүге шәхси өйҙәр барлыҡҡа килә. Батыров Сәлимйән һәм Зәкирйәндәр беренсе булып, үҙ йорттарын бөтөрөп инәләр. Ауыл ҙурая, халыҡ һаны ла арта, эш тә көсәйә.

1962 йылда Әүжәндәге Серегин Николайҙың төҙөлөш бригадаһы өҫкө урамда йорттар һала башлай. Әйткәндәй, заманында дан өйҙәр була улар. Бер стандартта — бейек болдорло, ҡупшы соланлы, бер иш кәртә-ҡуралы һәм һарайлы, матур ихаталы һәм өй алды баҡсаһы булған — күрше ауылдағыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырырлыҡ инде! Хатта ете йыллыҡ мәктәп асырға тип, ҙур бина ла һалына башлай. Эш гөрләй, план үтәлә. Һаман да бригада ысулы менән эшләнә: бер бригада Бөрйәндә ағас ҡырҡа, икенсеһе акаринйәлә йөрөй. Сайыр Белоретҡа, шунан Свердловскиға китә.

Буйҙаҡ эшселәргә һәм ағас ҡырҡыусылар өсөн пекарня асыла. Исмаҡова Рәйсә, Мөхәмәтғалина Мөнийә, Исмәғилева Зөлхизә, Ҡарабулатова Флүрә, Теләүбаева Бибиямалдар икмәк бешерәләр. Ҡыуғын мәлендә Үҙән тамағына тиклем (Янһары ауылы эргәһе) ҡыуғынсыларға ат менә икмәк ташыйҙар. Дөйөм мунсала Сафина Зәйтүнә, Батырова Мәрйәм эшләй. Магазин бик бай була. Уралда йәйләүселәр, башҡа юлаусылар, яҡын тирәләге ауылдыҡылар баҙарға барғандағы кеүек, тейәнеп ҡайта торған булғандар. Башҡа яҡтарҙа булмаған ҡуйыртылған һөт, быҡтырылған ит, колбаса, какао, өрөк һәм башҡа ризыҡтар килтереп һатыла.

Халыҡ, тауышһыҙ булһа ла, кино ҡарай. Клуб юҡ, тип аптырап тормағандар. Урамда ла, бондаркала ла кино күрһәткәндәр. Тәүге тауышлы киноны 1965 йылда Ишембай районы кешеһе Абдуллин ҡуя. Клуб 1966 йылда ғына, мәктәп менән бер бинала төҙөлә. Уға тиклем мәктәп1959 йылдан бирле тау аҫтындағы йортта урынлашҡан була. Фәйзуллин Булат, Ғәбиҙуллин Хамматта тәүге кино ҡуйыусылар була.

Ауыл халҡының яртыһы башҡорт, ҡалғаны урыҫ, татар һәм башҡа милләт кешеләре. Уҡытыу рус телендә, башҡорто рус телен өйрәнә, урыҫы башҡортса һупалап маташа. Халыҡ күп. Спектакль йәки концерттар ҡуйыла. Бынамын тигән һәүәҫкәр артистар ҙа етерлек: Сөләймәнов Сәғәҙи, Мөхәмәтйәнова Фәриҙә, Исмаҡов Ҡондоҙбай, Ҡарабулатов Әмир, Рәхмәтуллин Мәүлитбай. Сәхнәгә күтәрелеп баҫмайынса, халыҡ араһында танылыу алғандар ҙа етерлек. Мәжлестәрҙең түр башында, яҡын-тирәлә ҡурайсы булараҡ даны таралған 1812 йылғы Ватан һуғышынан урап ҡайтҡан тимер ҡурайы менән Ғәйфулла Ғиззәтуллин ултырыр. Ғафури районынан күсеп килгән Ғәлиә һәм Кәшфулла Мәжитовтар кеүек, парлы татар халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар ул ваҡытта районда ла булмағандыр.

1974 йылда Үҙән йылғаһынан һуңғы тапҡыр ҡыуғын (сплав) ҡыуыла. Ауылдағы ағас әҙерләү бригадалары Бөрйәнгә Ағиҙел поселогына күсерелә шулай уҡ бухгалтерия һәм бөтә төр техниканы ла алып китәләр. Ауылда тик сайыр әҙерләү участкаһы ғына тороп ҡала. Ағас ҡырҡыу эше бөтөү менән күптәр, бигерәк тә урыҫтар, ауылдан китә башлайҙар. Ҡалған урман ҡырҡыусылар ҙа сайыр ағыҙыу эшенә күсә. Кордон сайыр участкаһы Бөрйән леспромхозында иң ҙур сайыр участкаһы була: Ҡолғананан 23, Һарағынан — 15, Ҡыпсаҡтан — 12 сайырсы эшләй.

1980 йылдар башында Ҡолғана айырым участка булып айырыла. Сезонға 250—300 тонна сайыр әҙерләнә. Тәүге осорҙан айырмалы рәүештә хәҙер бригада ысулы менән түгел, ғаилә подряды менән эшләнә. Эш хаҡы яҡшы — сезонға 400—700 һум түләнә.Йәй буйы урманда сайыр һыҙған ирҙәрҙең ҡатындарына мал көтөү, бесән әҙерләү эштәрен үҙҙәренә атҡарырға тура килә. 1

974 йылда ауылға терәп, Муса туғайында иген сәсәләр, аръяҡҡа колхоздың һимертеүгә тана-торполары килтерелә. Былай ҙа диләнкә сапҡан урмансыларҙың сабындары махсус рәүештә колхоз малдарынан тапатылып, тәләфләнә, ауыл эсенән ситкә сыҡҡан быҙауҙар бикләп ҡуйыла. Ауыл аша үткән юғары вольтлыэлектр линияһы үтә, ләкин Бәлкәй Ҡыпсаҡҡа һуҙмайҙар. Йән-яҡлап ҡыҫырыҡланған ауыл перспективаһыҙҙар иҫәбенә индерелә, йылына 1-2 ғаилә күсеп китеп тора, ауыл яйлап бөтөүгә бара.

Начальник һәм мастерҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо йылдарҙа эшләп киткән начальник һәм мастерҙар: Бардин, Мөхәмәтйәнов Мәрхәм, Килдейәров Альберт, Көмөшбаев Сабир, Йоспов Рәсүл, Волков Андрей, Әбдрәшитов Әйүп, Островский Николай, Кимирилов Дмитрий, Ҡарағолов Батыр, Сальников Михаил, Мөхәмәтғалин Зәки.

Тәүге фельдшерҙар: Пашина Мария, Пудовкин Геннадий.

Тәүге һатыусылар: Поросенков Петр, Дауытова Нина, Шәйхисламов Нуриман, Усманова Ғәйшә, Хәсәнова Нина, Кимирилов Дмитрий.

Ғәликәев Мөҙәрис ауылдың тәүге уҡытыусыһы була (ике йылға яҡын уҡыта). Унан Ҡәҙерғолова Мәрйәм уҡытып китә. Бик дәртле уҡытыусы була: концертын да ойоштора, кисәләр ҙә үткәрә. Уларҙан тыш, Дятлова Валентина, Мәғәфүрова Нажия, Ишбулатова Роза, Зәйнуллина Ғәлиә, Уразаева Сәғүрә, Ҡасимова Зәкиә, Ҡаһарманова Мәрйәм, Ҡаһарманова Фәүриә Бәләкәй Ҡыпсаҡта уҡытып китәләр.

Ҡаһарманова Мәрйәм хаҡында ла айырым әйтеп үтмәй булмай. Белорет районы Һаралы ауылы ҡыҙына бағышлап сығарған Һарағы ауылы егете Сабитулла Хөснөтдиновтың "Мәрйәмем минең" йыры йыр китабында ла сыға.

Тәүге сығарылыш уҡыусылары: Балгазин Марат, Исаев Владимир, Яровая Любовь, Исмәғилев Хәсән, Ҡаһарманова Фәүриә, Поросенков Михаил, Сөләймәнов Таһир.

1979 йылда Башремстрой берекмәһе, 10 йылға договор төҙөшөп, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында Салауат РСУ-һының Бөрйән урман участогын аса. Ҡыш уртаһында ауылға электр линияһы һуҙыла, пилорама ултыртыла, дөйөм ятаҡ өсөн буш өйҙәр ремонтлана, контора эшләнә, урман ҡырҡыу эшенә кәрәкле техникалар килә башлай. Ауылдан һәм ситтән эшселәр йыйыу башлана, Ҡолғананан Ишбулатов Вәлит һәм Ильястарҙың ғаиләләре күсеп килә, халыҡ дәртләнеп йорт төҙөү эшенә тотона. (Батыров Зәкирйән һәм Сәлимйәндәр, Насыров Вәлиттәр 80-се йылдарҙа яңы өй бөтөп инәләр.)

Салауат РСУ-һының урман участкаһы тиҙ арала нығына: бер бригада урманда ағас әҙерләй икенсеһе пилорамда таҡта быса. Йылына уртаса 3,5-4 мең кубометр, шул иҫәптән, 1,5кубометр ҡарағай,2,5 мең кубометр ҡайын ағасы әҙерләнә, 1-1,5 мең кубоетр ағас пилорамда таҡтаға ярыла. Әҙерләнгән ағас-таҡталарҙы Башремстройҙың райондарҙағы РСУ-ларынан килеп алалар (Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Күмертау). Ҡолап барған ауыл клубына капиталь ремонт эшләнә. 90 сы йылда, бер нисә ай эсендә, тимер свайҙар ҡатып, Үҙән йылғаһы аша күпер һалына. РСУ-ның урман участогында оҙаҡ йылдар мастер булып Фәйзуллин Булат эшләй.

Ауылдың яртыһы РСУ-ның урман участогында, яртыһы сайырсылыҡ участкаһында эшләй. Сайыр эше яйлып һүрелә башлай. Сайыр тапшырыу, сайырҙы йыйған расходтар үҙен аҡламай. 1995 йылда сайыр ағыҙыу эше бөтөнләйгә туҡтап ҡала. Хатта йыйылған сайырҙар ауылда мискәләрҙә ултырып, тик ике йылдан һуң , 1997 йылда ғына һуңғы сайыр оҙатыла. Элекке сайырсылар леспромхозға заказ буйынса бура бурау эшенә тотоналар. Ауылда яңы магазин бинаһы төҙөлә. Участканың һуңғы мастеры — Боҫҡонов Әбүзәр. (1987-97 й.й.)

1991 йылдың аҙаҡтарында бөтә ил буйынса милек бүлешеү башлана. Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Рәсәй предприятиелары республика милкенә , Бөрйән районында урынлашҡан һәм районға ҡарамаған предприятиелар райондың муниципаль милке тип һанала. Бөрйән районының муниципаль милке иҫәбенә Башремстрой берекмәһенән Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында урынлашҡан Бөрйән урман участогы ла инә. 15 кешенән торған урман участогы ҡапыл эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡала. Районда, тәүгеләрҙән булып, Башарт бәләкәй предприятиеһы төҙөлә. Элекке урман участогы мастеры Ҡаһарманов Фәрзәт предприятие начальнигы булып тәғәйенләнә.

1992 йылдың көҙөндә дүрт бүлмәле мәктәп бинаһы төҙөлә башланып, тик 1997 йылда ғына эксплуатацияға тапшырыла. 1995—1996 йылдарҙа ауылда көслө янғындар була Мөхәмәтғалин Зәки йәшәгән ике квартиралы, Исмаков Ғаяз һәм Балгазин Мараттар йәшәгән ике квартиралы йорттар бөтә кәртә-ҡураһы менән янып бөтә. 1996 йылдың июнь айында Батыров Сәлимйән, Батыров Ғәлимйәндең оло һәм бәләкәй өйө, яңы күтәреп ултыртҡан өйө янып, көлгә әйләнә. Был ваҡиғанан һуң янғында ҡазаланыусылар, Ҡыпсаҡ, Һарағы, Һарғая ауылдарына күсәләр.2001 йылдың апрелендә Ковалевский Виктор ике квартиралы йортта янып үлә.

1996 йылда Башарт предприятиеһы ябыла, бурысы һәм бар мөлкәте менән Урал колхозына күсеп, төҙөлөш бригадаһы булып һанала. Бригадирҙар булып Насыров Юнир, Һарағынан Усманов Рәфис эшләй. 1998 йылда Бәләкәй Ҡыпсаҡта Шәрипов Юлайҙың шәхси предприятиеһы барлыҡҡа килә 1990 йылдың ташҡынында үҙән йылғаһы ташып, туғайҙарҙы баҫа, аҫҡы урамдың кәртә-ҡураһын емерә. Ошонан һуң халыҡ өйҙө өҫкө урамға һалыуҙы хуп күрә.

2008 йылда Миңнур Ҡасимова Әбделмәмбәт мәктәбе директоры булып эшләгән сағында Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбенең бер бүлмәһен сайыр музейы итеп үҙгәртә. Рәсәй Президенты грантын алғас, экспонаттар йыйыу, йәғни музейҙы сайырсының эш ҡоралдары менән тулыландырыу, капиталь төҙөкләндереү эше башлана. Музей­ҙа сайырсыларҙың исемлеге лә тергеҙелә. Бөрйән районында был эшкә ихлас тотон­алар. Шулай итеп Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында үҙенсәлекле Сайыр музейы асыла[3].

Ауылдың күренекле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы (15 июль 1966 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).

Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы—- "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2003" төбәк-ара конкурсында " Ил һөйәрҙе - тел һөйәр" номинацияһы еңеүсеһе; "Башҡортостан Республикаһы Мәғариф отличнигы» (2005 йыл); "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы 2007" төбәк-ара конкурсында "Уҡытыусы-эҙләнеүсе номинацияһы еңеүсеһе;  "Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусһы" Республика конкурсы еңеүсеһе (2007 йыл); "РФ-ның яҡшы уҡытыусылары" конкурсы еңеүсеһе (2008 йыл); РФ дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре ( 2008 йыл); "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2018" муниципаль конкурсында еңеүсе

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 57 29 28 50,9 49,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[4]:

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Үҙән урамы (рус. улица Узян)

Арҙаҡлы шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Бөрйәндә сайыр музейы бар
  4. «Налог Белешмәһе» системаһында Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы