Бикташ (Бөрйән районы)
Бикташ | |
Дәүләт |
Рәсәй Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | ауыл |
Бикташ – Башҡортостандың Бөрйән районындағы юҡҡа сыҡҡан ауылдарының береһе. Боронғо атамаһы – Шәйек тамағы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлиәкбәр менән Исламбай ауылдары араһындағы бөткән ауыл. Ғәлиәкбәрҙән үрҙәрәк, Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан булған.
Башлап күсеп ултырыусы 76 йәшлек Бикташ Тойғонов (1758-1839 йылдар.) булған. Уның улдары Динмөхәмәт, Юлмөхәмәт, Ҡужәхмәт, Хажиәхмәт ошо ауылда йәшәгән.
1812-1814 йылда Ватан һуғышында үрәтник Дәүләтҡол Ҡуланаев, Динмөхәмәт Бикташев икешәр көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Рядовойҙар Алтынча Тәүлин, Истан Ишмөхәмәтов 1806-1807 йылдарҙа Пруссияла һәм Польшала француздарға ҡаршы һуғыша (ул осорҙа, улар Тимер ауылында йәшәгәндәр).
1834 йылғы йәниҫәп буйынса ауылда 57 ир-ат, 60 ҡатын-ҡыҙ — барыһы 117 кеше йәшәгән. 1850 йылғы рәүиздә 59 ир-ат, 53 ҡатын-ҡыҙ – барыһы 112 кеше иҫәпләнә.
1859 йылда — 124, 1920 йылда 34 йортта 185 кеше йәшәгән. Йот йылының һөҙөмтәһе булып 22 йорт юҡҡа сыҡҡан. 1925 йылға 12 йорт ҡына иҫән ҡалған.
Халыҡтың төп кәсебе малсылыҡ булған. Йәй етеү менән бикташлылар Яҙғы, Көҙгө, Етмәҫ, Шәре башында, Урыҫай үҙҙәренең йәйләүҙәрен, Көҙөшлө, Шәре, Нөгөш йылғалары буйында ҡышлауҙарын ҡорғандар.
Шәйек, Күгәүен йылғалары буйында Көләбә, Ҡыҫыҡ, Уҫаҡ ҡышлауҙары ла булған. Мал көтөү, сабынлыҡтар өсөн Ҡаратал, Күтәртмәле яландары, Кәзә, Әскәнйәр, Әңгәмә, Әрҙәкле, Ҡайын суҡы, Көлгөзәр, Йәнгәрәй, Ҡалыу биттәре уңайлы булған
.Ағас эше, күмер яндырыу, дегет ҡайнатыу, аусылыҡ, солоҡсолоҡ, һал менән ағас сығарыу (Нөгөш буйлап) менән мәғшүл булғандар.
Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында бөтә 20 йорт та йәйләүгә күсә торған булған. Уларҙа 120 ат, 58 һыйыр, 30 һарыҡ, 10 кәзә ҡарай; 10 солоҡ була. 117 кешегә 248 бот яҙғы иген сәселгән. Әммә игенселек төп кәсептәре булмаған. Күберәк ауыл тирәһендә киндер үҫтергәндәр.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Бикташ (Бөрйән районы) Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |