Эстәлеккә күсергә

Аҫҡар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҫҡар
Аҫҡар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°27′40″ с. ш. 57°20′32″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 804 001

ОКТМО коды

80 619 404 101

Аҫҡар (Рәсәй)
Аҫҡар
Аҫҡар
Аҫҡар (Башҡортостан Республикаһы)
Аҫҡар

Аҫҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 453587, ОКАТО коды — 80219804001.

Аҫкар ауылына Түңгәүер улусы аҫабалары нигеҙ һала. 1815 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенән 20 ғаилә Верхнеурал өйәҙенә күсерелә һәм Кесе Нөгөш буйында яңы ауыл — 2-се Аҫҡар барлыҡҡа килә.

Аҫҡарҙың улдары билдәле: өлкәне Арыҫланғол 1743—1828 йылдарҙа йәшәгән. Уның улдары — Ишбай (уның улы Яҡшығол), Аралбай, Теүәлбай. Аҫҡарҙың икенсе улы — Таңғатар Асҡаров, 1761 йылғы, старшина ярҙамсыһы була. Уның улдары — Дәүләткилде, Күсей, Ырыҫбай, Игебай.

Был ауылда Аҫҡар Күлсеков та йәшәгән. Тик ул тәүге килеп ултырыусы була алмай, сөнки йәше буйынса Арыҫланғол һәм Таңғатар Аҫҡаровтарҙан кесе булып сыға[2]

Бөрйән районының Аҫҡар ауылы менән Әбйәлил районының Асҡар ауылдарының, алыҫ булһа ла, ҡан-ҡәрҙәшлектәре бар. Ике ауылда ла «түмәй» һәм «аптыраҡ» араларының булыуы быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Икеһенең дә тамғаһы — ай, ағасы — ерек, ҡошо — һайыҫҡан.

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
523530487
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 487 226 261 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҫҡар ауылында 1910—1912 йылдарҙа Ишбирҙе исемле 80 йәшлек ҡурайсы ҡарт йәшәгән. Уның елкәһендә баш ҙурлыҡ ороһо булып, уны айырым шәл менән урап йөрөткән. Әүжәндән килгән урыҫтар уны өндәп больницаға ебәрәләр. Үрге Әүжән больницаһында ороһон ҡырҡалар. Оро биш ҡаҙаҡ (2 кг) тарта. Дауаханала ятҡан ваҡытында Ишбирҙе ҡарттың ҡурай уйнауын табиптар ҙа һоҡланып тыңлай һәм Мәскәүҙән ҡыҫҡа ғына ағас ҡурай алдырып бүләк итә.

  • Зариф Әхмәҙуллин урамы (рус. Зарифа Ахмадуллина (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Нугуш (улица))
  • Самат Ғәбиҙуллин урамы (рус. Самата Габидуллина (улица))
  • Сыуаҡай урамы (рус. Суакай (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[5]
Ер-һыу атамалары

Аллабирҙе ҡалҡыулығы — данлыҡлы ҡурайсы Аллабирҙенең ошо ҡалҡыулыҡта өйө, хужалығы булған, кистәрен өйөндә ҡурай уйнаған, ә ҡурай моңо асыҡ тәҙрәнән бөтә ауылға ишетелеп торған. Аллабирҙе ҡурайсы оҙаҡ йәшәгән. Ҡарттар һөйләүенсә, уның үлеме тураһында риүәйәт түбәндәгесә: Шулай көндәгесә өйө эргәһендә ҡурай уйнап ултырғанда, өй янындағы ҡайынға кәкүк килеп ултырған. Аллабирҙе уны ҡурҡытыр өсөн, нимәлер алып һелтәгән. Ә һелтәгән әйбере ҡошҡа тейеп, үлтергән. Аллабирҙе: «Ай харап иттем, былай булғас, мин дә оҙаҡ йәшәмәм инде», — тигән һәм ошо уҡ йылдың көҙөндә ауырып вафат булған.

Ауыл ҡаршыһындағы икенсе ҡалҡыулыҡты Кинйәш тауы тип атайҙар. Был тау башында Кинйәш әбейҙең аласығы булған, ул шунда ғүмер иткән.

Шулай уҡ ауылдың тирә-яғында Әмир суҡыһы, Кәзә һуйған, Мулла осҡан тауы, Исмәғил ҡойоһо, Бажай тигән ер-һыу атамалары бар. … д а у а м ы

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  • Аҫҡар ауылы тарихынан 2022 йыл 7 март архивланған.