Эстәлеккә күсергә

Аҫҡар мәктәбе (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҫҡар мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Нигеҙләнгән

1917

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Аҫҡар ауылы

Аҫҡар мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Аҫҡар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.

1917—1921 йылдарҙа Аҫҡар ауылында дин нигеҙҙәренә Шәйех мулла, 1927—1929 йылдарҙа Арыҫлан хажи өйрәтә. 1930 йылдан Ғата хәлфә ғәрәп телендә уҡыта башлай. Һуңғараҡ Смаков дәрестәрҙе латин алфавиты нигеҙендә алып бара башлай.

Аҫҡар мәктәбе 1930 йылдан башланғыс, 1938 йылдан тулы булмаған урта (7, 8 йыллыҡ) мәктәп булараҡ эшләй. 1990 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә. 1932, 1954—1956 йылдарҙа уҡытыу мәсет бинаһында, 1934—1935 йылдарҙа Сафа бай йортонда алып барыла. 1954 йылда мәсет бинаһында уҡытыусылар кабинеты һәм 3 класс булдырыла. Уҡытыу 2 сменала була. Бында шулай уҡ Исламбай ауылынан да балалар уҡый. Улар өсөн 3 бүлмәле интернат эшләй. Мәктәп бинаһы иҫкереү сәбәпле, уҡыусылар 1990 йылдан алып балалар баҡсаһында уҡый. 2008 йылда 2 ҡатлы яңы типтағы мәктәп төҙөлә.

Филиалдары
  • Ғәлиуллина (Теләүембәтова) Факиһа Мөхәмәтрәхим ҡыҙы.
  • Мөхәмәтов Азамат Әбделвәхит улы 1987 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Сибай институтының тарих факультетында уҡый. Әлеге көндә тарих уҡытыусыһы.
  • Мөхәмәтова (Теләмбитова) Ләйлә Рафиҡ ҡыҙы 1988 йылдың 30 июлендә Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. 2005 йылда Аҫҡар урта мәктәбен тамамлай һәм 2006—2011 йылдар Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. 2011 йылдан алып Аҫҡар урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
  • Йәрмөхәмәтов Ильяс Ишмөхәмәт улы
  • Фәтхетдинова Зәйтүнә Мазһар ҡыҙы
  • Бикбаева Мәрҙиә Йәһүҙә ҡыҙы
  • Мырҙабулатова Зөлфиә Йәһүҙә ҡыҙы
  • Мырҙабулатова Гөлнур Әйүп ҡыҙы
  • Мырҙабулатов Биктимер Зөфәр улы

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]