Эстәлеккә күсергә

Кәкүк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Кәкүк (рус. Куку́шковые, Куку́шки лат. Cuculidae)— ҡанат-ҡойроғо оҙон, күкһел һыртлы, сыбар бауырлы урман ҡошо.

Дөйөм ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәкүк һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай, турғай һымаҡтар ғаиләһенә яҡын. Иң киң таралған төрө ябай кәкүк. Йомортҡаһын үҙе баҫмай, сит ояға һала, балаһын ҡарамай. Саҡырған ваҡытта ҡанаттарын аҫҡа төшөрөп, ҡойроғон күтәрә бирә.Башы, һырты, түшенең өҫкө өлөшө күкһел һоро,ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара - көрән. Ҡойроғонда аҡ төртөктәр бар. Түшенең аҫҡы өлөшө, ҡорһағы ҡара - һоро тоташ арҡыры һыҙыҡлы аҡ. Һаңғырау кәкүктән ҡойроғондағы аҡ төртөктәре менән айырыла.Тауышы яңғырауыҡлы:"кәк-күк, кәк-күк" йәки "кли-кли-кли". Улар урмандарҙа йәшәй, тик ҡайһы бер төрҙәре генә асыҡ урындарҙы үҙ итә. Күпселек төрҙәр бөжәктәр менән туҡлана, шул иҫәптән башҡа ҡоштар үҙ итмәгән йөнлө ҡарышлауыҡтар менән. Күсмә ҡош. Киң таралған.

Төрҙәре буйынса кәкүктәр бер береһенән айырыла. Тик барыһының да кәүҙә төҙөлөштәре тар, һәм ҡойроҡ остары оҙон, аяҡтары көслө.

  • Ғәҙәти кәкүк
  • Сыбар суҡышлы кәкүк
  • Ҡарышлауҡ ашаусы кәкүк
  • Югереүсе кәкүк
  • Мадагаскар кәкүге
  • Тибенгеле кәкүк

Башҡортостан Республикаһында таралған төрҙәре

  • Ябай кәкүк
  • Һаҡау кәкүк
  • Һанғырау кәкүк

Кәкүк тураһында башҡорт халҡы бик күп ауыҙ-тел ижады булдырған. Иң күбе әкиәттәр. Щулай уҡ йырҙар ҙа байтаҡ. Йомаҡтар, мәҡәлдәр бар. Ырымдар ҙа етерлек. Кәкүктән шомланып ҡурҡҡан кешеләр ҙә бар. Уның ҡысҡырыуын, ғүмерҙе билдәләй тигән хөрәфәт тә йәшәп килә.

Кәкүк тураһында әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ йыры «Кәкүк».

Кәкүк (мифологияла)