Эстәлеккә күсергә

Кәкүк (мифологияла)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәкүк
Рәсем

Кәкүк (рус. Кукушка в мифологии) — ҡатын-ҡыҙ символикаһы менән мифологиялы ҡош, күрәҙәсе, тотем[1].

Кәкүк — серле ҡош

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомортҡа баҫып бала сығармауы арҡаһында башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырылып тороуы менән элек-электән кешеләрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Уның серлелеге төрлө легендалар, ышаныу һәм юрауҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. Кәкүк — кеше затынан тигән ҡараш күп халыҡтарҙың легендаларында урын алған. Ул ҡатын-ҡыҙ башланғысы менән бәйле[2].

Башҡорт легендаларында кәкүк — кеше, ҡатын-ҡыҙ затынан яралған йән эйәһе. Һөйгәне Кәкүктән айырылған ҡыҙҙың сикһеҙ зарығып теләк теләүе һәм шул теләктең ҡабул булыуы тураһында легенда:

Урал тауының көньяҡ битләүендә бер башҡорт ырыуының Кәкүк исемле батыры дошман яуына ҡаршы сыға. «Китер алдынан ул бәләкәйҙән яратып йөрөгән һылыу ҡыҙ Ҡарағашҡа әйткән: — Әгәр мин яуҙа ятып ҡалһам, аҡҡан ҡанымдан ҡып-ҡыҙыл сәскәләр шытып сығыр. Ул сәскәләр һиңә мөхәббәтемде хәтерләтеп торор. Тик шуны бел: үҙем ҡайталмаһам, исемем урап ҡайтыр, — тигән ул. Ҡыҙ Кәкүкте көтөргә вәғәҙә биргән: „Өҫтәмә таш яуһа ла, һине бүтәнгә алмаштырмам“, — тигән.» Артабан Кәкүк батырҙың яуҙа һәләк булғаны, Ҡарағоштоң бер байға көсләп кейәүгә бирелеүе, яратмаған бәндәне үлтерегә йынынғанын һиҙеп, ҡыҙҙың зинданға япҡандары, ҡошҡа әүерелеп осаһы килгән теләге тасуирлана.

…Ҡыҙҙың теләге ҡабул булған: бер саҡ күҙ алдында бәләкәсәйә барған был. Ҡулдары урынына ҡанат үҫеп сыҡҡан. Ҡошҡа әйләнеп, тимер рәшәткәле зиндан тәҙрәһенән иреккә осоп киткән. Ағастан ағасҡа, сусаҡтан сусаҡҡа осоп ҡунып, «кәк-күк», «кәк-күк» тип һөйгәнен саҡыра икән был. Йомортҡа һалһа ла, уны баҫып сығарырға һис түҙемлеге етмәй, һәр саҡ һөйгәнен эҙләй, ти, ул. Сәскә атҡан мәлдә ул һаман моңайып, һөйгәнен саҡыра, сәскәләр һулығас, теленән дә яҙа хатта Ана шулай гел генә «кәккүк» тип саҡырып йөрөгән ҡошто халыҡ «кәкүк ҡошо», ә теге ҡыҙыл сәскәләрҙе «кәкүк сәскәһе» тип атап алып киткән[3].

Легенда буйынса, ҡан төҫөндәге сәскәләр ҡыҙға һөйгәненең үлемен әшкәрткән. Легенданың икенсе вариантында шул уҡ теләктең ҡабул булыуы (һүҙҙең магик көсөнә ышаныу һөҙөмтәһендә тыуған бик архаик мотив) үҙәк урында тора.

Кәкүк — һыу батшаһы улының исеме. Ер өҫтөнә сығып йөрөгәндә ул бер батшаның ҡыҙын ала. Бер аҙ торғас, был егет: «Мин ата-әсәмде күрәм», — тип һыу аҫтына төшә лә кире сыҡмай. Ҡыҙ, уны һағынып, илап, зарығып, һыу буйлап йөрөгән. Бер ваҡыт ҡыҙ сәсен тарап ултырғанда теләк теләгән: «Ул килмәгәс, мин йә донъянан юҡ булһамсы, йә ҡош булып осоп китһәмсе»,— тигән. Шул ерҙа ул ҡош булып осоп киткән. Уның сәсенең бер толомо үрелгән, икенсе яғы үрелмәй ҙә ҡалған. Шуға ла кәкүктең бер яҡ ҡанаты һалпы. Ҡыҙҙың ғүмере һыу батшаһының улы Кәкүкте эҙлсп, моңайып үтә. Шуның өсөн дз кәкүкте моңло ҡош тип атайҙар. Ул хәҙер ҙә «кәк-күк» тип егетте эҙләй икән[3].

Был вариантта кәкүктең килеп сығыуы тураһындағы хикәйәләүҙән тыш, кәкүктең бер яҡ ҡанатының ни өсөн һалпы булыуын аңлатыу моменты бар: һалпы ҡанат— теләк теләгән ҡыҙҙың үрелмәй ҡалған сәс толомо икән. Кәкүктең яралыуы бәлә-ҡаза, үлем фажиғәһенә бәйле ваҡиғалар менән һүрәтләнә. Халыҡ аңында кәкүк моңло, бәхетһеҙ ҡош булып иҫәпләнеп, уның саҡырыуы айырым осраҡтарҙа (торлаҡ тирәһендә, йә теге йәки был кешенең баш осонан үтеп китһә) үлем әшкәртеү билдәһе булып ҡабул ителә[2].

Ышаныуҙар, юрауҙар, йола-теләктәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике кәкүк күрше ҡысҡырһа, ҡаза килер. Кәкүк өй башына ҡунып ҡысҡырһа, өй хужаһы үлә.

Тәүге кәкүк тауышын уң ҡолаҡ менән ишетһәң, гел яҡшылыҡ ишетәһең, һул ҡолаҡ менән — насарлыҡ.

Йорт тирәһендәге ағасҡа, ҡаралтыға кәкүк ултырып ҡысҡыра икән, был инде йорт хужаһына ҙур хәүеф килерен хәбәр итеү, тип аңлатыла. Ҡайғы, бәлә-ҡазанан һаҡланыу йөҙөнән кәкүк ултырған ағасҡа, бағанаға һөт йә булмаһа ҡатыҡ ҡойоу йолаһы бар. Был боронғо йолала кәкүккә табыныу, уға саҙаҡа, ҡорбан килтереү кеүек ҡараш-хөрәфәттәр сағыла. Кәкүк тауышы шом тойғоһо уятҡанлыҡтан, бәлә-ҡазанан, хәүефле хәлдәрҙән ҡотолоу маҡсатында, кешеләр торло ырымдар, теләктәр ярҙамында бәләне кире ҡайтарырға, булдырмаҫҡа тырышҡан [2].

Кәкүк тауышын ишеткәс тә, тауыш килгән яҡҡа ҡарап, өс тапҡыр тәгәрәргә кәрәк.Һәр осраҡта шулай итһәң, килешә.


Кәкүк саҡыра башлағас, ергә йығылып ғүмер һорайбыҙ, иген һорайбыҙ, үлән дауаһын һорайбыҙ.

Кәкүк тауышын ишеткәндә[4]:

Тәнемдең һаулығын бир,

Йәнемдең һаулығын бир,

Тәнемдең зәҡәтен бир;

Илдең именлеген бир!

Күпте күрҙем.

Алда ла тағы күпте күрергә насип булһын! — тип әйтергә кәрәк.

«Саҡырмасы, кәкүк» көйөнөң йырҙары ла төрлө вариантта йөрөй. Йола атҡарғанда һәр йырсы ул йырҙарҙың үҙ хәленә, үҙ кәйефенә тура килгәнен башҡарған :

Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡашымда,

Саҡырһана ағас башында.

Уңлы ла ғына һуллы ҡаптым тарта —

Ни булыр ҙа ғәзиз башыма?

Минең башҡайыма ник ултырҙың,

Бер-бер нәмә булыр микән ни?

Юраусылар юрап әйткәненсә,

Ғүмерем зая үтер микән ни?

Ошо рәүешле ырым, ритуаль бейеү менән кеше үҙ үлеменә «кәртә ҡуйған», яман хәбәр килтереүсе ҡошто «алдап», үҙенең күңелен тынысландырған. Ф. Нәҙершина «Легендалар һәм риүәйәттәрҙә халыҡ тарихы» монографик хеҙмәтендә 1990 йылда Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ҡурайсы Нәжметдин Танһыҡхужа улы Хәсәновтан яҙып алынған кәкүк бейеүенең башҡарылыу рәүешен биргән: «Бейеүсе, ҡош һымаҡ, ҡулдарын йәйеп бейей. Көйҙөң «Кәк-күк! Кәк-күк!» тигән өлөшөндә кәзәкейенең сабыуын тота ла, ҡулдарын артҡа ҡайырып, янбашына һала. Сабыу осон тотоп, бер-береһенә тейеп торған ҡулдар кәкүктең ҡойроҡ осон хәтерләтә. Ҡулдарын ошо хәлдә тотҡан килеш бейеүсе кой ыңғайына алға иңкәйә, аҙаҡ, артҡа ҡайҡая биреп: «Кәк-күк!» тип ҡысҡырып, хәрәкәтте өс мәртәбә ҡабатлай. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә яурын баштарына уртаға бөкләнгән шәл һалып бейей. "Кәкүк ҡойроғо"н күрһәтергә кәрәк булғанда, шәл остарын услап, ҡулдарын артҡа һала» [2].

Боронғо башҡорттар кәкүкте алдан һиҙә белеүе, аҡыллы йән эйәһе итеп белгәндәр. Ҡалған ғүмерҙең күпмелеген белер өсөн халыҡта: «Кәкүк, кәкүк, минең ғүмерем нисә йыл?» —тип, кәкүккә мөрәжәғәт итеү бар. Ошолай тигәндән һуң, кәкүк нисә ҡабат ҡысҡырһа, кеше шул тиклем йәшәй була, йәнәһе.

Легендалар һәм хөрәфәти материалдар күрһәтеүенсә, тотош ил-ырыуға килгән үлемесле яуҙы әшкәртеүсе сыңрау торна образынан айырмалы рәүештә, кәкүк күберәген шәхси бәхетһеҙлек, шәхси фажиғәне иҫкәртеүсе ҡош булараҡ сығыш яһай. Йырҙарға ҡарағанда, ике кәкүктең ҡуш саҡырыуы яу фажиғәһенә ишара рәүешендә ҡабул ителгән[2].

Тыйыуҙар һәм һынамыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәкүк күкәйе. Кәкүк күкәйенә тейергә ярамай, рәнйеше көслө була, йылына икене генә һала, үҙе баҫмай.

Кәүктән алда тәүге күк күкрәһә, йыл яҡшы килә. Күк күкрәгәндә, ер һелкенеп, балсыҡ таралып, үҫемлек үҫеүгә уңай була. Ундай йылда илгә ырыҫ килә.

Башлап ҡысҡырғанда кәкүк япраҡ ярмаған ағасҡа ултырһа, йыл ауыр килә. Йәшел ағасҡа ултырһа, йыл матур килә.

Тәү башлап ҡысҡырғанда кәкүк ағастың аҫҡы ботағына ултырһа, йыш ҡына оҙаҡ саҡырһа, ул тиҙ һаҡауланмай. Шул йылды ямғыр мул була. Инде лә кәкүк ағастың иң өҫкө ботағына ултырһа, ул тиҙ һаҡаулана — йәй аяҙ була[4].