Кәкүк (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кәкүк («Саҡырмасы, күкәк») — башҡорт халыҡ йыры.

Тормош-көнкүреш йырҙары төркөмөнә ҡарай. Бындай йырҙарҙы халыҡ йолаларын, төрлө ырым-ышаныуҙарын, легендаларын белгәндә генә аңлап була. Башҡа ҡоштарҙан айырылып торған кәкүк элек-электән кешеләрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән, уға бәйле төрлө легендалар, йырҙар, юрауҙар барлыҡҡа килгән. Легендаларҙан күренеүенсә, кәкүк — кеше, ҡатын-ҡыҙ затынан яралған йән эйәһе[1]. Халыҡ аңында кәкүк моңло, әммә бәхетһеҙ ҡош булып иҫәпләнә һәм уның саҡырыуын кешеләр үтә шомло ҡабул иткән. Ырым-юрауҙар буйынса, ҡоштоң йорт тирәһендә ҡысҡырыуы — яҡшыға түгел, ул хатта үлемде иҫкәртеү билдәһе. Ошо инаныу йырҙа ла сағылдырыла. [1].

Риүәйәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ваҡыт ҡыҙҙар менән әбейҙәр күл йыуаһын йыйырға Төйәләҫ (Баймаҡ районында Ирәндек тауҙарынан баш алған йылға) буйына сыҡҡан. Егеттәр алдан барып, уларҙы көтөп торған. Әбейҙәргә бүләк биреп, юхалап,ҡыҙҙар менән әҙерәк аралашып алырға рөхсәт алғандар. Егеттәр үҙҙәренең яратҡан ҡыҙҙары менән берәм-берәм таралышып һөйләшә башлаған. Бер егет менән ҡыҙ тирәк төбөнә барып ултырғандар. Был тирәккә кәкүк ҡунып саҡыра башлаған да туҡтап ҡалған. Егет, ҡыҙы риза булмаһа ла, кәкүктән нисә йыл йәшәүен һорарға булған. Кәкүк 12 тапҡыр ғына саҡырған да туҡтаған. Ҡыҙ күңелһеҙләнгән, егет уны башҡалар янына алып киткән. Ул ваҡыттарҙа йәштәр «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын яратып уйнар булған. Байтаҡ ҡына уйнап-көлгәндән һуң, әбейҙәр ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып киткән. Егеттәр һыу инергә ҡалған. Шул ваҡыт әлеге егет һыуға батып үлгән. Уны ауылға күтәреп алып ҡайтып күмгәндәр. Егеттең яратҡан ҡыҙы уның иҫтәлеге итеп йыр сығарған.

Саҡырмасы, кәкүк, эй, эргәмдә
Саҡырһаңсы кәкре ҡайын янында.
Егет кенә кеше сер белгертмәҫ,
Ҡайғылары артҡан һайын да.
Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып.
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,
Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып.


Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡаршымда,
Саҡырһана ағас башында.
Уңлы ла ғына һуллы ҡашым тарта -
Ни булыр ҙа ғәзиз башыма?
Минең башҡайыма ник ултырҙың,
Бер-бер нәмә булыр микән ни?
Юраусылар юрап әйткәненсә,
Ғүмерем зая үтер микән?[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар, Өфө-1996, 5-6 биттәр
  2. Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары, риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар, Өфө- 1996