Эстәлеккә күсергә

Юлмөхәмәтов Абдулла Мөхәмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлмөхәмәтов Абдулла Мөхәмәтйән улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Аҫҡар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мөхәррир, инструктор

Юлмөхәмәтов Абдулла Мөхәмәтйән улы (16 ғинуар 1931 йыл — 20 апрель 2019 йыл) — журналист, партия органдары хеҙмәткәре. 1965—1980 йылдарҙа Бөрйән районы «Таң» гәзите мөхәррире, 1980—1991 йылдарҙа КПСС-тың Бөрйән район комитеты инструкторы, кабинет мөдире.

Абдулла Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов 1931 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа — тиҫтәнән ашыу булалар, ләкин өсәү генәһе иҫән ҡала — ағаһы Дәүләтбай, апаһы Орҡоя, ҡалғандары тиф менән ауырып үлә. Дүрт йәшендә атайһыҙ, ә һуғыш бөткән йылы йәй әсәйһеҙ тороп ҡала. 12 йәшендә үк колхоз эшенә егелә. Башланғыс белемде Аҫҡарҙа ала. Һуғыштан ауыр яра алып ҡайтҡан Дәүләтбай ағаһы уны тәүҙә Байназар балалар йортона, ә аҙаҡ 1947 йылда, Өфөләге 9-сы интернат-мәктәпкә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урынлаштыра. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Айырыуса математика кеүек тәүәл фәндәр еңел бирелә.

1951 йылда Одессалағы технология институтының механика факультетына уҡырға инә. Өс йылдан һуң ул был уҡыуын ташлап, ағаһы Дәүләтбайҙың тәҡдиме менән Өфөгә ҡайта һәм КПСС Өлкә Комитеты ҡарамағындағы район һәм ҡала гәзиттәре өсөн яуаплы секретарҙар әҙерләү курсына уҡырға китә.

1955 йылдың авгусынан район гәзитендә яуаплы секретарь булып эш башлай. Гәзит ул ваҡытта «Еңеү юлында» тигән исем йөрөтә.

1955—1956 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы секретаре булып эшләй, ләкин кире гәзит эшенә ҡайта.

1961 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Уҡыу йорто үҙгәртелеү сәбәпле, уҡыуҙы ошо уҡ профилдәге Ленинградтағы Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлегендә дауам итә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлап ҡайтыуға Абдулла Мөхәмәтйән улын дүрт районды ҡушып эреләтелгән Белорет районының «Урал» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.

1965 йылда райондар тағы ла бүленеп, кире үҙ сиктәренә ҡайтҡас, КПСС-тың Бөрйән райкомының декабрь айындағы пленумында уға район гәзите мөхәррире вазифаһын йөкмәтәләр.

Яңы вазифға раҫлау өсөн Өфөгә саҡырталар. Гәзиттең «Еңеү юлында» тигән исеме заман талабына тап килмәй, тип Бөрйән район гәзитенең исеме КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретары Зыя Нурыев ризалығы менән «Таң»ға үҙгәртелә. Шунан алып ул редакция һәм типография коллективын етәкләй.

1980 йылдан 1991 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Абдулла Юлмөхәмәтов КПСС райкомында инструктор, сәйәси ағартыу кабинеты мөдире булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлмухаметов Абдулла Мухамедьянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 577. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.