Эстәлеккә күсергә

Мәһәҙей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәһәҙей
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°23′11″ т. к. 57°37′10″ кс. о.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 003

ОКТМО коды

80 619 410 111

Мәһәҙей (Рәсәй)
Мәһәҙей
Мәһәҙей
Мәһәҙей (Башҡортостан Республикаһы)
Мәһәҙей

Мәһәҙей (рус. Магадеево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 319 кеше[1]. Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810003.

Ауыл Ағиҙелдең ҡушылдығы Мәмбәтһыпы йылғасығы буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:

Мәмбәт йылғаһы ярында (Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы), 1795 йылда бишенсе ревизия алдынан Мәһәҙей ауылына нигеҙ һалына.

Беренсе күскенсе тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә уның улы (Әхмәр Мәһәҙеев) һәм ейәндәре (Рәхмәтулла, Әбделнасир Әхмәровтар) билдәле. Улына 1834 йылда 83 йәш була.

Ауыл барлыҡҡа килгәндә 45 кеше йәшәгән 7 ихата, 1859 йылда — 97 ир-ат һәм 90 ҡатын-ҡыҙ менән 36 йорт булған.

1842 йылда 24 йортта 95 ат, 58 һыйыр, 30 һарыҡ, 15 кәзә була. Ауылда 1842 йылда 145 кеше йәшәгән. Игенселек булмаған тиерлек: 24 бот ужым ашлығы һәм 232 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуып сығарып, Европа илдәрендә еңеп сығып, уның империяһының баш ҡалаһы Парижды алып, 15-се полк яугирҙәре Әбүтәлип Һырлыбаев, Ишмурҙа Яулыбаев, Әхмәров Абдулғафар һәм Юлбирҙе Баргутов еңеү менән ҡайтаралар.

Баязит Ҡунаҡҡужин 1828 йылда Бессарабияла илдең көньяҡ-көнбайыш сиктәрен һаҡлауҙа хеҙмәт итә[2].

1920 йылда 71 йортта 365 кеше йәшәгән.

1921—1922 йот йылдарында халыҡ ныҡ ҡырыла[3].

Мәһәҙей Байназар ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), фельдшер акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Элгеләү» башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. 1900 йылда мәсет теркәлгән. Мәһәҙей эргәһендәге Оло һәм Кесе Бешәке (урыҫ теленән тура тәржемә яһап Әпшәк тип яҙалар) йылғаларында йылға бағырының тәбиғи резерваты — тәбиғәт ҡомартҡыһы[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август365
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар147
1959 йыл 15 ғинуар169
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар273
2002 йыл 9 октябрь335
2010 йыл 14 октябрь31915716249,250,8

Башҡорттар йәшәй (2002). Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[5]:

  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Шәкирйән Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Шакирьяна Мухамедьянова)

Ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорлаҡты йылғаһы, Оролоҡарағай яланы, Алтымөйөш яланы, Ирек ҡотоғо, Арҡа буйҙары тураһында Викидәреслектә….

Элгеләү тауы — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында урынлашҡан тау. Мәһәҙей тирәһендәге иң олпат тауҙарҙың береһе. Бөрйән районының халыҡ фольклор ансамбле «Элгеләү» исемен йөрөтә.[6].

Оло Бешәке (рус. Большой Апшак) Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы йылғаһы. Бағыр балығының тәбиғи резерваты (йәғни тәбиғи байлыҡтар дәүләт тарафынан махсус һаҡлауға алынған урын). Уң ҡушылдығы —Кесе Бәшәке менән бергә Көньяҡ Ҡыраҡа һыртының Оло Бәшәке тауынан (Большой Апшакай, 862 м) диңгеҙ кимәленән 550—600 м бейеклектәге урындан, Мәһәҙей ауылы эргәһендәге Элгеләү тауының артында, Яңыйорт тип аталған ерҙән башланғыс ала[7].

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
№ тәртип буйынса Мәһәҙей ауылынан.

Фамилияһы, исеме, атаһының исеме

Тыуған йылы һуғышҡа киткән йылы Вафат булған йылы
1Ғәлләмов Заһретдин Ғәлләм улы191819411945
2Ғарифуллин Баязит Тайып улы192319411943
3Ғөбәйҙуллин Әхтәм Фәттәх улы190819411942
4Ғөбәйҙуллин Ғизмитдин Әғзәм улы192419421944
5Ғөбәйҙуллин Харис Әфтәх улы191319411944
6Ғүмәров Ишбулды Рамазан улы192719441998
7Дәүләтшин Нуриәхмәт Дәүләтша улы189719421943
8Дәүләтшин Ырыҫйән Нуриәхмәт улы192719442004
9Дәүләтшин Ғәлимйән Нуриәхмәт улы192419421943
10Дауытов Хәйбрахман Дауыт улы191119411943
11Дәминев Хатап Ғәбит улы192119411942
12Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы191919411987
13Ишемов БИКЙӘН Мөхәмәҙейә улы190819411944
14Ишемов Мостафа Мөхәмәҙейә улы192119411941
15Каҙбулатов Ғәләмбай Билал улы192119411943
16Минһажев Йәмилхан Хөсәйен улы191519411941
17Мөхәмәтғалин Усман Мөхәмәтғәле улы190719411944
18Мөхәмәтйәнов Хәйбрахман Минһаж улы191419411991
19Мөхәмәтйәнов Исхак Минһаж улы19111941
20Нәҙершин Шөғәйеп Ноғман улы19111941
21Нәҙершин Әбделҡәйүм Ноғман улы191819411941
22Нәҙершин Вәхит Ноғман улы191919411941
23Суфиянов Ғәҙиәт Касим улы191019411942
24Сәйәхов Ғайса Сәйәх улы190519411943
25Хәсәнов Хәлит Хәсән улы189819421943
26Хәсәнов Мансур Хәсән улы190519411989
27Шаһивәлиев Сәйәхетдин Шаһивәли улы192119411948
28Шәғәлин Дәүләтгәрәй Шәғәле улы190019411942
29Шәғәлин Солтангәрәй Шәғәле улы190519411943
30Шәғәлин Әхмәтгәрәй Дәүләтгәрәй улы192519431944
31Шаһимырҙанов Абдулла Шаһимырҙан улы191819411942
32Шаһимырҙанов Фитрат Шаһидан улы191519411986
33Яҡшыбаев Сәлимйән Якшыбай улы191919411941
34Яҡшыбаев Хәкимйән Яҡшыбай улы192119411944
35Тулыбаев Юлмөхәмәт Султанғәле улы191719411942
36Тулыбаев Юлмөхәмәт Султанғәле улы192719441992
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)