Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы
| Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1919 |
| Тыуған урыны | Мәһәҙей |
| Вафат булған көнө | 30 ноябрь 1987 |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы (1919 йыл — 30 ноябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов БАССР-ҙың Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында 1919 йылда тыуған.
1940 йылдың июль айында Ҡыҙыл Армия сафына алынған, совет-фин һуғышында сержант дәрәжәһендә ҡатнаша. 1940 июлдең 1940 октябренә тиклем телефонист-связист һөнәрен башҡара, 1940 йылдың октябренән 1942 тиклем 717-се полкта уҡсы булып яуҙа ҡатнаша, 1942 йылдың апрель айынан 1944 йылдың июленә тиклем 22 -се сапер полкында, 1944 йылдың июленән 1946 йылдың октябрь айына тиклем 30-сы айырым инженер полкында сапер булып хеҙмәт иткән[1].
Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов һуғыштан 1946 йылда ҡайта. Ул Мәһәҙей ауылында «Октябрь» колхозы рәйесе, бригадир, келәт мөдире һәм оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуретдин Ирбулатов ҡатыны Еүәйрә менән 2 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Ейәне Салауат ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай, хәрби хәрәкәттәр ветераны, хаҡлы ялда.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәһәҙей ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап, ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дан ордены кавалеры
- ↑ https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/ирбулатов-нуретдин-сагадатдинович/ 2022 йыл 6 март архивланған.
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie45748872/ Ирбулатов Нурутдин Сагадыевич]
- ↑ https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/ирбулатов-нуретдин-сагадатдинович/ 2022 йыл 6 март архивланған.
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie27042508/
- ↑ 2022 йыл 6 март архивланған.
- ↑
- ↑ Яугир иҫтәлегенә таҡтаташ асылды 2022 йыл 6 март архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите. 2022 йыл, 25 февраль, № 8, (10560). Ирбулатовтар нәҫеле — хәрби сафтарҙа.(С. Сәйәхова)
- Ирбулатов Нуритдин Сагадатдинович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 224. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.