Портал:Бөрйән районы
Бөрйән районыБөрйән районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4442 км². Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Халыҡ һаны 2010 йылда 18,1 мең кеше (1970 — 14,2 мең; 1979 — 14,1 мең; 1989 — 14,2 мең; 1995 — 15,1 мең кеше). Күпселек башҡорттар йәшәй. 35 ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше). Район территорияһы көнсығышта һыу айырғыс Уралтау һыртына, Көнбайышта Ҡалыу һыртына барып терәлә. Улар араһында Ҡыраҡа һәм Юрматау һырттары ята. Айырым урындарҙа абсолют бейеклек 850—1040 метрға етә. Район территоряһының ҡап уртаһынан тиерлек төньяҡтан — көньяҡ-көнбайышҡа табан Ағиҙел йылғаһы, көнбайыш сигенән Нөгөш йылғаһы аға. Ер аҫтында барит, төҙөлөш таштары, һәүер таштар, кирбес сеймалы, ҡом, мергель, доломит, магнезит ятҡылыҡтары бар, ләкин улар геологик йәһәттән бөтөнләй тиерлек тикшерелмәгән. Һайланған мәҡәләРоссия Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән муниципаль районы байрағы Йәшел туҡыманың уртаһына һары алтымөйөш ҡуйылған, уның эсендә айыу һүрәте, ул ҡыҙыл төҫтә. Алтымөйөш ситтәрендә алтын төҫтә тамғалар һүрәтләнгән. Гербҡа нигеҙләнеп эшләнгән байраҡ композицияһында Бөрйән районының тәбиғитәнең һәм тарихи үҫешенең үҙенсәлектәре сағылған. Район үҙенең тәбиғәт һәм боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары менән билдәле. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һәм Башҡорт ҡурсаулығы «Шүлгән-таш» Бөрйән территорияһында урынлашҡан. Бөгөнгө рәсем Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советына ҡараған Килдеғол ауылына күренеш
Бөрйән районы тораҡ пункттарыБайназар — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше. Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо — Байназар ауылы. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге. Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында утар булараҡ күрһәтелгән. 1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 й. — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә. дауамы... Бөрйән районы географияһыМәсемтау — Бөрйән районында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 м-ға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты, Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Баҙал тауының көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Мәсем Аҡбуҙат Аҡбуҙат эпосының персонажы. Зарур мәҡәләләрБөрйән районы менән бәйле һәм Википедияла яҙылырға тейеш мәҡәләләр исемлеге:
Бөрйән районында тыуған шәхестәрЮлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960) — башҡорт йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010). 1960 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йырлау бүлеген (Әлфиә Мәсәлимова класы) тамамлай һәм Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай. 1996 йылдан — Башҡорт филармонияһының йырсыһы. Киң диапазонлы меццо-сопрано тауышына эйә. Филармонияның Фәдис Ғәниев, Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге һәм «Ҡыҙык һәм Мәҙәк»эстрада төркөмдәрендә эшләне. 2007 йылдан Юлсурина Ә. М. — Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры солисткаһы . КатегорияларБәләһегеҙме…Яңы мәҡәләләрБаҙал тауы. Тауҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡанын бер кем әйтә алмай. Республика кимәлендәге ер-һыу атамалары тураһындағы китаптарҙа ла, гәзит биттәрендә лә күренмәй. Тауҙағы ҡаяларҙың, итәгендәге яландарының исемдәре борон-борондан йәшәгән башҡорттарҙан киләлер. д а у а м ы Викидәреслектә Мәсем тауы географик тоҙатошо, һауаһы, үҫемлектәр донъяһы яғынан үҙенсәлекле тау ул. Йәйен еләҫ, һалҡынса, томанһыҙ. Ләпәкәй, серәкәй кеүек бөжәктәр унда булмай, булһа ла, бик һирәк. д а у а м ы Викидәреслектә Нисек ярҙам итергә
Проекттар |