Мәсемтау
Мәсем | |
![]() | |
Мәсем тауы | |
53°09′07″ с. ш. 57°15′18″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Тау түбәһе бейеклеге | 1040,3 м |
Мәсем — Бөрйән районында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 м-ға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты. Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Баҙал тауының көнбайышында, «Алтынсолоҡ» заказнигы биләмәһендә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Баҙал һыртынан көнбайышҡа ҡарай, Шүлгәнташ мәмерйәһенән 16 км алыҫлыҡта ята.
Атамаһы ете башҡорт ҡәбиләһенең ханы — Мәсем исеменән алынған. Ошо тау итәгендә уның йәйләү урыны булған. Мәсем хандың исеме Аҡбуҙат һәм Бабсаҡ менән Күсәк бей эпостарында ла нығынып ҡалған. Ул мифик персонаж түгел. Исеме башҡорт шәжәрәләрендә урын алған тарихи шәхес.[1]) [2]) Мәсемтау — туристар тарафынан иң теләп һайланған маршруттарҙың береһе[3].
«2008—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында туризм индустрияһын үҫтереү» исемле республикан программала Мәсемтауға айырым иғтибар бүленә. Сөнки, башҡорт эпостарында күп тапҡырҙар телгә алыныуы, һунар туризмы, атлы туризм өсөн сығанаҡ була алыуы, туристар өсөн экстремаль сәйәхәт ойоштороу мөмкинлеге менән уғата иғтибарға лайыҡ урындарҙың береһе[4].
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәсемтау һыртының оҙонлоғо — 28 км, киңлеге — 3—4 км, бейеклеге — 1040 м (Мәсемтауҙың иң бейек урыны).
Түбәһе тигеҙләнгән, һуҙылған. Көнсығыш битләүҙәре текә, көнбайышы — һөҙәк. Түбәһен урман ҡаплаған.
Тау тоҡомдары — урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, кварцлы ҡомташтарҙан, күмерле сланцтарҙан ғибәрәт.
Мәсемтауҙан Күжә йылғаһы ҡушылдыҡтары башланғыс ала.
Топографические карты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карта бите N-40-XXVIII. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Бөрйән районы» |
---|---|
![]() |
Мәсемтау Викидәреслектә |
![]() |
Мәсемтау Викимилектә |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан (З. Б. Латыпова, З. А. Сиразитдинов, Хисамитдинова Ф. Г.)
- ↑ Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан (З. Б. Латыпова, З. А. Сиразитдинов, Хисамитдинова Ф. Г.)
- ↑ [1] Мавзолей Тура-хана и Хусейнбека
- ↑ [2] Распоряжение Правительства РБ от 25.06.2007 N 688-р О мерах по развитию инфраструктуры туризма на территории муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Был Бөрйән районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
![]() |
Был тауҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |