Эстәлеккә күсергә

Сафин Хәлил Мәсғүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Хәлил Мәсғүт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Ҡолғана ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор университета[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Сафин Хәлил Мәсғүт улы (1 июль 1963 йыл) — ғалим-инженер‑гидротехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2016), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006).

Хәлил Мәсғүт улы Сафин 1963 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Ҡолғана ауылында тыуған.

1980 йылда Амангилде урта мәктәбен тамамлай. 1980—1985 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый.

Эш урындары
  • 1985 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ассистент;
  • 1986—1988 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының 2-се секретары;
  • 1988—1989 йылдарҙа — КПСС-тың Әбйәлил район комитеты инструкторы;
  • 1989—1992 йылдарҙа — Әбйәлил районы «Урал» совхозының партком секретары;
  • 1992—1993 йылдарҙа — Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе;
  • 1993—1995 йылдарҙа — Әбйәлил районы «Ҡыҙылъяр» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһының директоры;
  • 1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының «Әбйәлил» тәжрибә-етештереү хужалығы директоры;
  • 1997—1999 йылдарҙа — Башҡортостан Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
  • 1999—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире;
  • 2000—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының фән һәм тышҡы бәйләнештәр бүлеге начальнигы.

Хәлил Сафиндың ғилми эшмәкәрлек өлкәләре: үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү, ерҙәрҙе һуғарыу һәм киптереү; ер эшкәртеү системалары; тупраҡтың уңдырышлылығы.

Сафин Х. М. «Оптимизация технологий возделывания кормовых культур на орошаемых землях Южного Урала» диссертация доктора сельскохозяйственных наук : 06.01.09.- Уфа, 2003.- 439 с.: ил. РГБ ОД[1] .

  • Башҡорт энциклопедияһы. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995