Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Хәйрулла Ғилман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Хәйрулла Ғилман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 РСФСР
 Рәсәй
 Башҡорт АССР-ы
Тыуған көнө 22 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Ғәҙелгәрәй, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы
Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 август 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Ғәҙелгәрәй, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены

Сәғитов Хәйрулла Ғилман улы (22 ноябрь 1914 йыл — 9 август 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Ҡыҙыл Йондоҙ», «I дәрәжә Ватан һуғышы» ордендары, «Германияны еңгән өсөн» миҙалы кавалеры[1][2].

Хәйрулла Ғилман улы Сәғитов 1914 йылдың 22 ноябрендә Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Ырымбур ҡалаһындағы Карауанһарайҙа 7 класс белем алған. Наҙанлыҡ менән көрәштә ҡатнаша.

1936 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәтен үтәп, 1938 йылда тыуған ауылына ҡайта.

Хәйрулла Ғилман улы колхоз председателе булып күп тә эшләп өлгөрмәй, 1941 йылдың август айында Бөйөк Ватан һуғышына китә. Ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа уҡып сыҡҡас, лейтенант Хәйрулла Ғилман улы Сәғитов танктарға ҡаршы һуғышыусы взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Европаны азат итеүҙәге һуғыштарҙа ҡатнашып, Германияға барып етә, Бөйөк Еңеүҙе Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

Тыуған яҡҡа ҡайтып та тормай, Японияға ҡаршы һуғышҡа алына. Квантун армияһын тар-мар иткәс, 1946 йылда ғына ауылға әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан һуң партияның район комитетында инструктор, маслопром директоры, район «ОСАВИАХИМ» начальнигы, Бөрйән леспромхозында десятник булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Хөкүмәт банкының район бүлегенә һаҡсы булып эшкә инә.

Хәйрулла Ғилман улы Иҫке Собханғол ауылында 1994 йылдың 9 авгусында вафат була, тыуған ауылы Ғәҙелгәрәйҙә ерләнгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район мәҙәниәт йорто һәм ауыл сәхнәләрендә бик күп пьесаларҙа төрлө ролдәр башҡарғаны өсөн ул «әртист Хәйрулла» булып таныла.

1940 йылда Байназар ауылы ҡыҙы Дәүләтшина Биби Ғимран ҡыҙы менән ғаилә ҡора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены
  • "I дәрәжә «Ватан һуғышы» ордены
  • «Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Будапештты яулаған өсөн» миҙалы
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы.

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.