Дрезден
Дре́зден (нем. Dresden, үр.-луж. Ҡалып:Коммент) — Германиялағы ҡала, Саксония федераль еренең административ үҙәге. Эльба йылғаһы буйында, Чехия сигенән 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Германияның иң эре сәнәғәт, транспорт һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе. Халыҡ һаны 547 172 кеше (2013) [30].
Ҡала 19 округҡа бүленә. Үҙәге – Альтштадт Эльбаның һул ярында урынлашҡан. Ул Икенсе бөтә донъя һуғышы вакытында инглиз авиацияһы тарафынан тулыһынса емертелә. Һуғыштан һуң тергеҙелә.
Донъя күләмендә Дрезден үҙенең барокко стилендәге архитектура ҡомартҡылары, нағыш һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре тупланмалары менән данлыҡлы.
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] Мейсенская марка 1206–1288
Чешское королевство 1288–1316 |
Дрезден беренсе тапҡыр 1206 йылда телгә алына. Drežďany һүҙе славянса үҙән урмандары кешеләре тигәнде аңлатҡан [32]
1270 йылда Дрезден Мейсен маркграфлығы баш ҡалаһы булып китә.
1547 йыл]дан Дрезден Саксония курфюрстлығы башҡалаһы.
Саксониянең иң ҡеүәтле сағы XVIII быуат баштарына тура килә. Ҡеүәтле Август хакимлыҡ иткән ваҡытта данлыҡлы архитекторҙар ярҙамында ҡала бөгөнгө төҫөн ала.
Икенсе донъя һуғышы аҙағында Дрезден бик көслө бомба утына тотола. 1945 йылдың 13-14 февралендә инглиз, америка авиацияһы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә ҡала үҙәге тулыһынса емерелгән.
Был ваҡытта Дрезденда Көнсығыш фронттың хәрби хәрәкәттәренән ҡасып килгән ҡасаҡтар, шулар араһында ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға шығырым тулы булған. Ҡорбандар һаны 100-200 -меңгә тиклем тәшкил итә [33]
Дрезден ҡәлғә-резиденцияһы, Цвингер һәм Земпер Опералары тулыһынса емерелеп, һуңыраҡ Фрауэнкирхе сиркәүенең көмбәҙе тарҡалып төшә.
Америка яҙыусыһы Курт Воннегут шулар араһында була, иҫән ҡала, һуңынан атаҡлы рус. «Бойня номер пять, или Крестовый поход детей» романын яҙа һәм ошо ваҡиғалар тураһында һөйләй.
Һуғыштан һуң һарайҙар, сиркәү, тарихи биналар харабаларын, бөтә фрагменттарын бик бөхтә итеп йыйып алып, ҡала ситенә ташып алалар. Элекке бина урындарын, ҡала урамдарын билдәләп, тип-тигеҙ майҙансыҡ итеп ҡалдыралар. Германия Демократик Республикаһы властары тарихи үҙәкте тергеҙеү менән бер рәттән уны уратып заманса проспект (шул осор өсөн) һәм күп ҡатлы биналар һалдырта.
Ҡырҡ йыл самаһы ҡала үҙәге тергеҙелә — бының өсөн мөмкин тиклем һаҡлап ҡалынған фрагменттарҙы ҡулланып, етмәгән блоктар һәм таш архитектура элементтарын яңынан эшләйҙәр — ул таштар аҡһыл төҫө менән һиҙелерлек айырыла.
Шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Логин Камбек (1796-1859), хоҡуҡ белгесе, юридик фәндәр докторы (1852), статский кәңәшсе (1847).
- Ханс Грундиг (1901- 1958), күренекле рәссам,график, революцион-пролетар реализм йүнәлешендә эшләгән антифашист-рәссам.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дрезден дәүләт нәфис сәнғәт йыйынтыҡтары
- Цвингер (XVIII век)
- Эльбы яры, йәки Брюль террасаһы
- Немец гигиена музейы
- Транспорт музейы
- Земпер Операһы
- Фрауэнкирхе
- Эльба ҡәлғәһе
- Һофкирха католик сиркәүе
- Эльба үҙәне
- «Зәңгәр мөғжизә» күпере
- «Кенәздәр килә» (рус. «Шествие князей») панноһы
- Йенидце
- «Пфундс Молкерай» һөт кибете
- Преподобный Симеон Дивногорец урыҫ православие сиркәүе
- Алтын һыбайлы
- Хәрби-тарихи музей
- XIX быуат аҙағында төҙөлөп һаҡланып ҡалған Дрезден районы, хәҙерге ваҡытта йәштәр мәҙәни тормошо үҙәге.
- «Аҡ флот» (Weiße Flotte) — Эльба буйлап туристик сәфәр ҡылдырыусы боронғо тәгәрмәсле пароход флотилияһы .
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Цвингер, Речь Посполитая гербы
-
Дрезден картиналар галереяһы
-
Ҡала үҙәге 1945 йылдан тулыһынса тергеҙелгән
-
Дрезденда Эльба аша күпер
-
Дрезден күренеше
-
Дрезден күренеше
-
Иҫке һәм яңы осрашыуы
-
Земпер операһы
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дрездендың климаты уртаса, континенталдән диңгеҙ һауаһына күсә. Ҡышы йомшаҡ, йәй ямғырлы, йылы, ләкин ҡыҫҡа.
Дрезденда ҡаты һыуыҡтар һәм йәйгеһен ныҡ эҫе селләләр булмай, була ҡалғанда ла бик ҡыҫҡа ваҡытлы ғына.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 16,2 | 19,7 | 24,4 | 29,5 | 31,7 | 35,3 | 36,6 | 36,9 | 33,0 | 27,1 | 19,1 | 16,4 | 36,9 |
Уртаса максимум, °C | 2,8 | 4,0 | 8,4 | 13,8 | 19,0 | 21,6 | 24,3 | 23,9 | 19,0 | 13,7 | 7,2 | 3,5 | 13,4 |
Уртаса температура, °C | 0,1 | 0,9 | 4,5 | 9,0 | 13,9 | 16,7 | 19,0 | 18,6 | 14,3 | 9,8 | 4,5 | 1,1 | 9,4 |
Уртаса минимум, °C | −2,3 | −1,8 | 1,3 | 4,5 | 9,1 | 12,0 | 14,2 | 13,9 | 10,6 | 6,6 | 2,2 | −1,1 | 5,8 |
Абсолют минимум, °C | −25,3 | −30,5 | −17,6 | −9,6 | −3,4 | 0,6 | 6,3 | 5,3 | 1,0 | −6,9 | −13,2 | −21 | −30,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 45 | 36 | 45 | 42 | 65 | 61 | 85 | 84 | 50 | 43 | 56 | 53 | 664 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дрезден Викимилектә | |
Дрезден Викияңылыҡтарҙа | |
Дрезден Викигид |
- Официальный сайт города Дрезден
- Советские места Дрездена
- Dresden.info 2022 йыл 31 ғинуар архивланған.
- Дрезден-Лексикон (Введение «Дрезден — город на Эльбе» на русском)
- Fernsehturm — Телебашня
- Semperoper — Опера Земпера
- Deutsches Hygiene-Museum — Немецкий музей гигиены
- Verkehrsmuseum Dresden — Музей транспорта
- Бомбардировка Дрездена в 1945 году
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Степанов Г. П., Щедрина Г. К. Дрезден / Ленинградская организация ордена Ленина Союза архитекторов СССР. — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1976. — 120 с. — (Города-побратимы Ленинграда). (обл.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #4012995-0 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 https://www.dresden-central.de/entdecken/nuetzliches/geschichte (нем.)
- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ https://de.wiktionary.org/wiki/Dresdner
- ↑ 5,0 5,1 https://de.wiktionary.org/wiki/Dresdnerin
- ↑ https://de.wiktionary.org/wiki/Dresdener
- ↑ 7,0 7,1 https://de.wiktionary.org/wiki/Dresdenerin
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.quaeldich.de/paesse/triebenberg/ (нем.)
- ↑ https://web.archive.org/web/20180806123507/http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://iaks.sport/find-a-member
- ↑ https://cn.wtcf.org.cn/citys/3864-2.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-7v1st6/Dresda/?zoom=19¢er=51.04812%2C13.74031&popup=51.04813%2C13.74015
- ↑ https://www.dresden.de/de/leben/stadtportrait/europa/partner/skopje.php
- ↑ https://starportal.skopje.gov.mk/DesktopDefault.aspx?tabindex=0&tabid=172
- ↑ https://www.dresden.de/de/leben/stadtportrait/europa/partner/salzburg.php
- ↑ https://www.stadt-salzburg.at/internet/wirtschaft_umwelt/wirtschaft_gewerbe/staedtepartner_333065/partnerstadt_dresden_200082.htm
- ↑ https://www.dresden.de/de/leben/stadtportrait/europa/partner/coventry.php
- ↑ https://www.coventry.gov.uk/info/222/twin_towns_and_cities
- ↑ https://www.dresden.de/de/leben/stadtportrait/europa/partner/st-petersburg.php
- ↑ https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
- ↑ https://www.dresden.de/de/leben/stadtportrait/europa/partner/florenz.php
- ↑ https://www.comune.fi.it/pagina/firenze-internazionale/gemellaggi-e-patti-di-amicizia
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ https://web.archive.org/web/20150316070053/http://www.kfz.de/autokennzeichen/autokennzeichen_deutschland/ (нем.)
- ↑ https://m.3d-kennzeichen.de/kennzeichen/dd (нем.)
- ↑ Численность населения по состоянию на 31 декабря 2013 (с учётом данных переписи населения 9 мая 2011 года)
- ↑ Dresden | Germany | Britannica.com
- ↑ Reinhard Spehr, Herbert Boswank: Dresden — Stadtgründung im Dunkel der Geschichte. Verl. DJM, Dresden 2000. ISBN 3-9803091-1-8.
- ↑ Количество жертв в Дрездене подсчитать невозможно | Сегодня.ру . www.segodnia.ru. Дата обращения: 27 май 2018.