Сафин Зәки Йәләлитдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Зәки Йәләлитдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 22 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Ғәҙелгәрәй, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1974
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Сафин Зәки Йәләлитдин улы (22 май 1921 йыл1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Японияны еңгән өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәки Йәләлитдин улы Сафин 1921 йылдың 22 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәрен тамамлап, Байназар ШКН-да уҡый. 1933 йылдан 1936 йылға тиклем «Яңы тормош» колхозында иҫәп-хисапсы булып һәм төрлө эштәрҙә эшләй. 1936—1940 йылдарҙа «Еңеү юлында» район газетаһында хәреф йыйыусы, һуңынан секретарь булып эшләй.

1940 йылда Совет Армияһы сафына алына һәм Алыҫ Көнсығышта 1946 йылға тиклем хеҙмәт итә[1]. Сафин З. һуғыштан һуң эшен редакцияла дауам итеп, район газетаһының яуаплы секретары һәм типография директоры вазифаһына тиклем үрләй.

1955 йылда Тимер ауылына колхоз председателе итеп ебәрелә. Ғүмеренең ҡалған йылдарында райкомда, редакцияла эшләй.

Зәки Йәләлитдин улы 1974 йылда вафат була. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сафин Зәки Ялалетдин улы ҡатыны Зөһрә менән Иҫке Собханғолда йәшәгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмаларр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]