26 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
26 май | |
![]() |
26 май — григориан стиле буйынса йылдың 146-сы (кәбисә йылында 147-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 219 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Эшҡыуарҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡунафина Елена Рафаэлевна (1965), ғалим-психиатр. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; бер үк ваҡытта 1989—1992 һәм 1994—2003 йылдарҙа 1-се Республика психиатрия дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (2009). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мильшин Владимир Иванович (1965), спортсы, педагог. 1996 йылдан Ишембайҙағы Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. 1998 йылдан халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара гроссмейстер (1994), Рәсәй гроссмейстеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). 1999—2005 йылдарҙа «Башнефть» шашка клубы өсөн сығыш яһаусы. Классик программа буйынса РСФСР (1988) һәм СССР Ҡораллы Көстәре (1983—1992) чемпионы. Команда зачётында донъя (2000) һәм клубтар араһында Европа (2000—2001) чемпионы.
- Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы (1970), ғалим-философ, 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001—2004 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканы урынбаҫары, 2004—2006 йылдарҙа хәҙерге этика, культурология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (2000), доцент (2002). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Байрам-Али районының Берҡарар (2016 йылға тиклем Равнина) ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (1946), композитор, пианиносы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР Композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы (1978), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2018) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Альбанов Валериан Иванович (1882—1919), алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе. Пар шхунаһы «Изге Анна»ла экспедицияла ҡатнашыусы.
- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (1942), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректоры. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Ямалеев Памир Камалетдин улы (1942—27.03.1999), СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1994), биатлон буйынса спорт мастеры (1969).
- Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы (1952), ғалми-фармаколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фармакологтар йəмғиəте рəйесе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000).
- Кәбиров Ирек Ғәҙелгәрәй улы (1957—2014), табип-хирург, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының элекке бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кулаева Ольга Николаевна (1929), ғалим-үҫемлектәр физиологы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), биология фәндәре докторы (1971), профессор (1976). СССР Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге премияһы лауреаты (1976), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Ҡорбанғәлиев Марат Шамил улы (1949), Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры (1999 йылдан). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2015). Ҡаҙағстандың Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Хатырчи ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1907: Джон Уэйн, АҠШ-тың кино актёры. «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты (1970).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]