Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы
Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 май 1970 (54 йәш) |
Тыуған урыны |
Мары өлкәһе[d], Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР Байрамали этрабы[d], Марый виләйәте[d], Төркмәнстан |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] (май 2000) |
Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы (26 май 1970 йыл) — ғалим-философ, 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (2000), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лилиә Рауил ҡыҙы Хәсәнова 1970 йылдың 26 майында Төркмән ССР-ы Мары өлкәһенең Байрам-Али районы Равнина (хәҙер Төркмәнстандың Мары виләйәте Байрамали этрабы Берҡарар) ҡасабаһында тыуған.
Урта белем алғандан һуң, 1987 йылда Свердловск[1] ҡалаһындағы Урал дәүләт университетының[2] философия факультетына уҡырға инә һәм уны 1992 йылда уңышлы тамамлай.
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы автономлы дәүләт учреждениеһында ғилми мөхәррир булып башлай.
1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетының философия кафедраһына эшкә күсә. 2000 йылдың майында «Социаль философия» белгеслеге буйынса «Социальная память нации (социально-философский анализ традиции башкирского народа)» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. 2002 йылдың авгусынан ошо уҡ факультеттың этика, культурология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр кафедраһында эшләй, 2005 йылдың февраленән доцент вазифаһында.
2001—2004 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2004—2006 йылдарҙа факультеттың этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы була.
2013 йылда Лилиә Рауил ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Уға шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының төрлө сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бер нисә тапҡыр рәхмәт белдерелгән.
Ғилми эшмәкәрлек йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалим Лилиә Хәсәнованың фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе рухлылыҡ һәм социаль хәтер проблемаларын, милли йолалар һәм культурология мәсьәләрен үҙ эсенә ала. Ул «Мәҙәниәт тарихы», «Культурология тарихы», «Хәҙерге заман масса мәҙәниәте», «Мәҙәни-ара коммунникациялар», «Культурология» предметтарынан студенттарға лекциялар уҡый һәр практик дәрестәр үткәрә. Ул шулай уҡ төрлө кимәлдәге фәнни конференцияларҙа ҡатнашыусы. Ғилми, шул иҫәптән РИНЦ (Российский индекс научного цитирования) һәм ВАК (Высшая аттестационая комиссия) теҙмәһенә ингән журналдарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа уның 60-ҡа яҡын фәнни мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан.
Һуңғы йылдарҙағы ҡайһы бер фәнни мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Состояние языков коренных народов России (в соавторстве) // КОРЕННЫЕ НАРОДЫ СОВРЕМЕННОЙ РОССИИ: ЭТНОЯЗЫКОВЫЕ, ПРАВОВЫЕ, СОЦИОКУЛЬТУРНЫЕ И ДУХОВНЫЕ ПРОБЛЕМЫ. Материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной объявленному ООН в 2019 году Международному году языков коренных. г. Уфа, 2019 г. С.277 – 281.
- Гендерная ассиметрия языка (в соавторстве) // КОРЕННЫЕ НАРОДЫ СОВРЕМЕННОЙ РОССИИ: ЭТНОЯЗЫКОВЫЕ, ПРАВОВЫЕ, СОЦИОКУЛЬТУРНЫЕ И ДУХОВНЫЕ ПРОБЛЕМЫ. Материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной объявленному ООН в 2019 году Международному году языков коренных. г. Уфа, 2019 г. С.320-324.
- Традиция как основной механизм трансляции социальной памяти (в соавторстве) – Журнал «KANT». № 4 , 2018. - Ставрополь, изд-во Ставролит С.126-132
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2013).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1991 йылдан Екатеринбург
- ↑ 2011 йылдан «Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы составында
- ↑ Научная библиотека КемГУ. Авторефераты диссертаций и диссертации: Хасанова, Лилия Равильевна. Социальная память нации (социально-философский анализ традиций башкирского народа) : автореферат диссертации кандидата философских наук 2020 йыл 29 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский государственный университет. Официальный сайт. Факультет философии и социологии. Сотрудники кафедры этики, культурологии и связей с общественностью: Хасанова Лилия Равилевна 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2020)