Үрге Таулыҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Таулыkай
рус. Верхнетавлыкаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ

Ауыл советы

Таулыҡай

Координаталар

52°42′02″ с. ш. 58°05′02″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Ҡотлоюл

Ауыл с

2005

Халҡы

616[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453678

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 846 001

ОКТМО коды

80 606 446 101

ГКГН номеры

0524732

Үрге Таулыkай (Рәсәй)
Үрге Таулыkай
Үрге Таулыkай
Үрге Таулыҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Таулыkай

Үрге Таулыҡай (рус. Верхнетавлыкаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 722 кеше[2]. Почта индексы — 453678, ОКАТО коды — 80206846001.

= Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуат уртаһында нигеҙ һалынған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, старшина, етәкселәрҙең береһе Таулыҡай Сураҡов исеме бирелгән. Баштағы исеме — Ҡолторсаҡ, Ҡотлоюл, ул исемдәр ҙә урындағы ихтилалдарҙың халыҡ етәкселәре хөрмәтенә бирелгән[3]. Таулыҡай Сураҡовтың етәкселегендә 209 йорт хужалары ихтилалда ҡатнаша. Күренекле пугачевсы, атаман А. А. Овчинников менән берлектә Т. Сураҡов 1774 йылда бер нисә мәртәбә Кананикольск заводына һөжүм итә. Май башында ихтилалсылар завод баҫып ала һәм Пугачевҡа 48 завод эшсеһен һәм 150 атты алып китәлә, завод контораһын үртәйҙәр. 2 һәм 4 июндә завод ҡабаттан һөжүмгә дусар була. ТИмашевтың карателдәр отряды Таулыҡай ауылы аша үтә һәм отставкалағы старшина Сураҡовты ҡулға ала. Уның урынына старшина итеп Кинйәбулат Әликәшев тәғәйенләнә[4]. 1770 йылдың 1-2 июнендә Таулыҡай Сураҡаевтың академик Иван Лепехин менән осрашыуы билдәле.

Таулыҡайҙың ике улы була: өлкәне — Аҡҡусҡар (1730—1822), кесеһе — Йәнйегет (1752—1821).

XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ауыл Ҡотлоюл исемен йөрөтә, был ауылда Таулыҡайҙың атаһы Сураҡ йәшәй. Сураҡ ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйерҙең ҡайныһы була. Әбелхәйер 1738 йылда Башҡортостанға ихтилалды баҫтырыу өсөн килә, бында ул сураҡтың ҡыҙына өйләнә. Әбехәйерҙең улы солтан Нурали Иҫәнъюлдың үгәй ҡыҙына өйләнә, Ҡутур батыр — Әҫәнъюлдың тол ҡатынына[4].

Сығанаҡтарҙа Сураҡтың фамилияһы (атаһының исеме) күрһәтелмәй, әммә уның нәҫелле тархан Ҡотлоюл Ҡолторсаҡовтың улы икәнен төҫмөрләп була, сөнки ул ваҡытта вазифалар нәҫел буйынса тапшырылған. 1755 йылғы ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн Ҡотлоюл ҡулға алына, язалана һәм каторгаға Рогервикка ебәрелә. Уның улдары — Ҡусҡар, Асҡар, Түләкһәм Күҙембирҙе мәңгегә һалдатлыҡҡа бирелә[4].

Таулыҡайҙа билделе фамилиялар — Таулыҡаев, Ҡотлосурин, Үтәгәнов, Назарғолов, Ишморатов, Яматов, Исхаҡов, Таулыҡанов, Моратов, Теләүбирҙин, Солтанов, Шоңҡаров[4].

1812 йылғы Ватан һуғышында ике көмөш миҙал кавалеры Ҡулгилде Сафаров ҡатнашҡан. Акмырҙа Ҡәҙерғәлин, Баймөхәмәт Юланов, мөхәмәткәрим Хәлитов 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуышында Бессарабияла булалар[4].

Реформалауға тиклем тораҡ пункты 6-сы башҡорт кантонының 4 йортона ҡараған.

1795 йылда 67 йортта 428 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 684 кеше, 1920 йылда — 760 кеше, 1939 йылда — 464 кеше, 2000 йылда — 1050 кеше[3].

Төп шөғөлдәре — малсылыҡ.

XIX быуаттың уртаһында 106 йортҡа 650 йылҡы малы, 1150 эре мал, 211 һарыҡ, 73 кәзә тура килгән. 56 бот ужым бойҙайы һәм 528 бот ярауай бойҙай сәскәндәр. 1893 йылдан йәҙитселек ысулы менән уҡытҡан мәҙрәсә булған, уны Хәлил хәҙрәт Рәхимов төҙөгән[3].

1924 йылда 128 йортта 144 йылҡы малы, 252 эре мал, 492 ваҡ мал булған. сәсеү майҙаны 64 га булған.

1928 йылда ике ауыл хужалыҫы артеле булдырыла, 1930 йылда улар «Комсомол» колхозына берләшә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 616 309 307 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 67 км
  • Өфөгә тиклем (Инйәр аша): 400 км

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абҙаҡов А. И., Байегетов Х., Байегетов Н. М., Бүкәнбаев Ш. И., Ғәйнетдинов Ю. И., Кейекбаев Т. И., Кейекбаев Ф. Т., Сәғәҙәтова Р. Ш., Үҙәнбаев С. А., Яхин Р. Х., Яхин А. Х., Яхин У. Х., Шоңҡаров А. В.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/tavlukaevo.html Тавлукаево (Кутлуюлово, Котлырсаково)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]