Эстәлеккә күсергә

Мырҙаҡай (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мырҙаҡай
Нигеҙләү датаһы 1795
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1945

Мырҙаҡай (рус. Мурзакаево ) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ярат ауыл Советы составында була. 1795 йылда теркәлгән, 1945 йылдан һуң исемлектән алынған[1].

Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, Аҡкүл исемле бәләкәй бер күл эргәһендә урынлашҡан. Ауыл советы үҙәге Ярат ауылынан — 3 км, район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан — 33 км, Сибай тимер юлы станцияһынан 74 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

Мырҙаҡай ауылы эргә-тирәләге ауылдар менән сағыштырмаса ҙур ауыл була: XVIII быуат аҙағында 51 йортта 332 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 186 ир-егет, 146 ҡатын-ҡыҙ. Ауылда бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәй. Ауылға Ҡарағужа ауылы (Ырымбур өйәҙе) кешеләре нигеҙ һалған[1]. Исеме бында тәүгеләрҙән булып төпләнгән йорт старшинаһы Әптекәй Мырҙаҡаевтың хөрмәтенә бирелгән. 1816 йылда ауылда Әптекәй үҙе һәм старшина Йәноҙаҡ Мырҙаҡаев теркәлгән[1]. "Генеалогия һәм архивтар сайты"нда башҡа мәғлүмәттәр бирелгән: тәүге төпләнеүсенең исеме билдәһеҙ, уның улдары 45 йәшлек йорт старшинаһы Йәноҙаҡ һәм 46 йәшлек есаул Артышай, Артышайҙың улы — Әптекәй, Йәноҙаҡтың — Йәрмөхәмәт һәм Уйылдан. Мырҙаҡай менән Йомаш ауылдары араһында ниндәйҙер бәйләнештәр булыуы фаразлана, 1812 йылда Йомаштан 6 ғаилә күсе килә[2].

Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән, шул уҡ ваҡытта иген дә сәскән. 1843 йылда 32 бот ужым бойҙайы һәм 224 бот ярауай бойҙайы сәселгән. 1839 йылда 211 кеше 246 йылҡы малы, 311 һыйыр, 117 һарыҡ һәм 83 кәзә тотҡан[2]. Йәйләү урындары — Аҡморон, Бешәҙе, Һаҡмар йылғалары буйында[2]. 1859 йылда Мырҙаҡай ауылында 23 йортта 136 кеше йәшәгән. Сирек быуат үтеүгә әлеге һандар үҙгәрешһеҙ ҡала. Яҡынса шул уҡ һандар совет осоронда ла һаҡланып килә (1920). Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа ауыл халҡы башҡа ауылдарға күсенә башлай[1].

— Ишдәүләт Ишембәтов һәм Йәнебәк Мөрсәлимов — Парижды яулаған 15-се полк яугирҙары
— Дәүләткилде Ҡотлогилдин — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк булған
— Әхмәров Ғәйфулла Ғәйнулла улы — тракторист, Ленин ордены кавалеры
— Мырҙаҡаев Яһаннур Мостафа улы — колхоз, ауыл Советы рәйесе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
— Уйылданов Ибраһим Ҡаһарман улы — колхоз рәйесе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
— Уйылданов Ибраһим Ҡаһарман улы — колхоз рәйесе
— Уйылданов Ибраһим Ҡаһарман улы — колхоз рәйесе

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Генеалогия и архивы. Мурзакаево

Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.