Эстәлеккә күсергә

Баймырҙа (Ишмөхәмәт ауыл Советы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баймырҙа
Нигеҙләү датаһы 1812
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2005
Карта

Баймырҙа (рус. Баймурзино) — бөткән ауыл. 1812 йылда Әптекәй ауылы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. 1980-сы йылдарҙа исемлектән төшөрөлә. 2005 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында булған. 2005 йылдың 20 июлендәге Башҡортостан Республикаһы Законының 211-з, 1-се статьяһына ярашлы бөтөрөлә.

Бөрйән ырыуы вәкилдәре. Ырыу аралары: Канчуриндар, боҫторма (Ракаевтар), бүре (Иҫәнәмановтар, Ульябаевтар), зәкәй (Байназаровтар, Зәйнетдиновтар, Кәлимуллиндар, Төхвәтуллиндар), ҡаҙаҡ (Сәғәҙиевтар, Сариндар), ҡалмаҡ (Барлыбаевтар), ҡамғаҡ (Ярмуллиндар[1].

Тау итәгендә[2], Буреле йылғаһы ярында урынлашҡан. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһына тиклем — 25 км, ауыл Советы үҙәге Ишмөхәмәт ауылына тиклем — 6 км, иң яҡын Сибай тимер юлы станцияһына тиклем 52 км алыҫлыҡта ятҡан.

Ауыл нигеҙ һалыусы йорт старшинаһы ярҙамсыһы Баймырҙа Ҡарасурин хөрмәтенә исемләнгән. Уның ағаһы Хәбибулла Ҡансурин 4-се Башҡорт кантоны башлығы булған. Үҙ ваҡытында Баймырҙа ауылы билдәле тораҡ пункты булып торған[3]. 1859 йылда ауыл Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 10-сы йортоноң Теләүҡабул ауыл йәмғиәте составында тора, 1866 йылда — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән улусының Теләүҡабул ауыл йәмғиәте составында. 1856—1864 йылдарҙа Баймырҙа ауылы 4-се башҡорт кантоны үҙәге була[3].

1885—1901 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы составында, 1907—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән-Таналыҡ улусы составында. Октябрь революцияһынан һуң, 1917 йылдың декабренән 1919 йылдың 20 мартына тиклем Бәләкәй Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Бөрйән-Таналыҡ улусы составында иҫәпләнһә, совет властары менән килешеүгә ҡул ҡуйылғас, 1919 йылдың 20 мартынан алып 1922 йылдың 14 июненә тиклем Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының ошо ук кантоны һәм улус составында ҡала[1]. 1922 йылдың 14 июненән ошо уҡ йылдың 5 октябренә тиклем — БАССР-ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Бөрйән-Таналыҡ улусы Бәхтегәрәй ауыл Советы, артабан 1923 йылдың 30 октябренә тиклем Йылайыр кантоны Бөрйән-Таналыҡ улусы Бәхтегәрәй ауыл Советы составында[1]. 1923 йылдың 30 октябренән 1930 йылдың 30 авгусына һәм 1933 йылдың сентябренән 1955 йылға тиклем тиклем Баймырҙа ауылы Баймырҙа ауыл Советы үҙәге булып тора[3]. 1955—1980 йылдарҙа Баймырҙа ауылы Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл советы составында. Ошо уҡ ваҡытта Баймырҙа ауылы халҡы Ишмөхәмәт ауылына күсенә башлай. 1980-се йылдарҙа ауыл тораҡ пункттары исемлегенән алына, әммә ҡайһы бер кешеләр 1990-се йылдар башына тиклем ауылды ташламай[1].

2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарын булдырыу, ҡушыу, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәрҙе Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленешенә индереү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһының 211-з, 1-се статьяһына Законына ярашлы:

4. Киләһе тораҡ пункттарын бөтөрөргә:

5) Баймаҡ районында:

а) Ишмөхәмәт ауыл Советынан Баймырҙа ауылын

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 153 кеше йәшәгән; башлыса башҡорттар[4].

— Ҡансурин Хәбибулла Баймырҙа улы — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се башҡорт кантоны начальнигы, сотник (1857), 1839-1840 йылдарҙағы Хиуа походы ҡатнашыусыһы, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең шәхси дворяны
— Ульябаев Ҡотлоюл — беренсе уҡытыусы[3]
— Кәримов Ҡасым Илһаметдин улы — РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Тажик ССР-ының игенселек наркоматы комисары урынбаҫары, РСФСР Ауыл хужалығы министрлығының баш белгесе
— Сәлимов Мөхәмәтйән Һибәт улы — Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1981), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999)
— Сәлимов Һөйөндөк Шәрәфетдин улы — II һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры
— Кәлимуллин Нурулла Ғәбит улы — РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1968), СССР халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1976), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980)
— Сәлимов Фазылйән Йәноҙаҡ улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954), Ленин ордендары кавалеры (1957)
— Улйәбаев Хәкимйән Әҙеһәм улы — Ленин ордены кавалеры (1964)
— Ярмуллин Зөбәйер Булат улы —Почёт Билдәһе, III дәрәжә Дан, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1985) кавалеры
— Йәрмөхәмәтов Әкрәм Ғәлимйән улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) кавалеры
— Кәлимуллин Марс Вәли улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)кавалеры
— Кәлимуллин Мөхәмәдиә Бикҡол улы — Түбә руднигының баш маркшейдеры, «Урал» (1978—1980), «Печора» (1981—1987) һәм «Рудная» (1987—1988) старателдәр артелдәре баш маркшейдеры

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Историческая справка по д. Баймурзино (Баймырҙа ауылы) Баймакского района
  2. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов. 114-се бит.
  4. Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.52.