Эстәлеккә күсергә

Ҡыуат (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡыуат (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ҡыуат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°24′30″ с. ш. 57°51′45″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 804 003

ОКТМО коды

80 606 404 111

Ҡыуат (Рәсәй)
Ҡыуат
Ҡыуат
Ҡыуат (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡыуат

Ҡыуат (рус. Куватово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 1754 йылда нигеҙләнгән[1]2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 207 кеше[2]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804003.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуат антропонимынан алынған[3].

Ауыл Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 42 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 83 км

Ҡыуат ауылында түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауыл 1754 йылда[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ХVIII быуаттың аҙағында[4]) нигеҙләнә Нигеҙ һалыусы Ҡыуат Кинйәғолов хөрмәтенә Кинйә атамаһы бирелә. Пугачев ихтилалынан һуң Түңгәүер улусы старшинаһы, пугачевсы Ҡыуат Асановтың исемен йөрөтә башлай. «Башҡорт АССР-ытарихы буйынса материалдар»ҙа Ҡыут ауылы ике тапҡыр — 1779 һәм 1789 йылдарҙа — телгә алына. Ҡыуат Асановтың өс улы булған: Иҫәнгилде (1814 йылда хәбәрһеҙ юғала, уның улдары — Иҫәнғол һәм Мөхәмәтшәриф), Ҡужаш (1759 йылғы) һәм Аблай (1781 йылғы)[4]. 1859 йылда 434 кеше кеше теркәлгән. 1842 йылда ауыл халҡы 44 бот ужым һәм 1220 бот ярауай бойҙай сәскән[4].

1815 йылда Ҡыуат ауылына Орск ҡәлғәһенән татарҙар Ниғмәтулла һәм Кәлимәлла Рәхмәтуллиндар ебәрелә. Ауылды аҫаба башҡорттар нигеҙләгән.

Совет осоро

1957 йылға тиклем ауыл Матрай районы составына инә, Яңы сиҙәм «Баймаҡ» совхозы ойошторолғандан һуң уның бүлексәһе була[1]

Бөгөнгө көнө

Ҡыуат ауылы Әбделкәрим ауыл биләмәһенә ҡарай. Мәктәп ябылғандан һуң балалар Әбделкәримгә мәктәп автобусында йөрөп уҡый. Ауыл халҡы малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә, бик күптәр сит тарафтарҙа вахта ысулы менән эшләй. Баймаҡ ҡалаһына һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылы баҙарына һөт ризыҡтарын, еләк-емеш, бәшмәк һатып көн итә[5]. «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә Ҡыуат ауылында һыу селтәре буйынса эштәр атҡарылды, фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә[5]. Ҡыуатта ир-егеттәр ҡоро үтте, унда төрлө мөһим мәсьәләләр күтәрелде: ауылды төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләү, зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск ҡуйыу һәм башҡа көнүҙәк проблемалар[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 198 97 101 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, башлыса Түңгәүер ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[7].

  • Крәҫтиән урамы (рус.  Крестьянская улица)
  • Күгәрсен урамы (рус.  Кугарчен улица)
  • Һаҡмар урамы (рус.  Сакмара улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская улица)
  • М. Шайморатов урамы (рус.  М. Шаймуратова улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)

[8]

Ҡыуат ауылы топонимдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Туҡал тауы; Мәндей тауы; Зыярат сауҡаһы; Хөсәйен тауы; Бейек тау; Мәрәй тауы; Ҡалтаташ тауы; Ҡыһалан; Борам үҙәге; Борам ҡоҙоғо; Селекле тау; Кәбәнташ ҡаяһы; Аһылай тауы; Ҡылысбай тауы; Һатыу туғайы, Һатыу йылғаһы; Сәүкәташ; Мәҙиносҡан ҡая; Ҡорайыры яланы; Ҡорайыры йылғаһы; Ағасҡорған; Тоҙтапҡан; Бешәле ер; Алтат яланы; Күгәрсенташ; Күгәрташ мәмерйәһе; Чапай ташы; Ҡыуат үлеге; Ҡаршытау; Ишбирҙе һарҡыуы; Аҡмырҙа һыуы; Ҡаратал; Муһағөйө; Дили үҙәге; Таҙғаҡ; Сыбы һырты; Сатра-һабантуй урыны; Сатра тауы, Сатра тамағы; Һынташ тауы; Һынташ йылғаһы; Имам ҡоҙоғо; Ылайымбирҙе йылғаһы (информатор Ләлә Рафиҡова[9]).

— Миңнур Дәүләтғәле ҡыҙы Солтанғолова — хеҙмәт ветераны. Әбделкәрим балалар баҡсаһы мөдире[10]

Кәримә Усманова. Май 2021. ҠЫУАТТАР ЙЫЙЫН ЙЫЙҘЫ

Булатова Г. М.,11-се класс. Фәнни етәксеһе: Байсыуаҡова Ә.Ә. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА ҺӘМ ХХI БЫУАТ БАШЫНДА БАЙМАҠ РАЙОНЫ ӘБДЕЛКӘРИМ, ҠЫУАТ АУЫЛЫ БАЛАЛАРЫНА ҠУШЫЛҒАН ИСЕМДӘР

— Ишелгән сауҡа таға­ тылмай үҫеп китһә — ҡауышыуға, тип юрағандар. Ҡыуат ауылы янындағы урманда бер рәт кенә булып үҫеп ул­ тырған ҡайындар бар. Уларҙы янлап ҡына һуҡмаҡ үтә. Был ҡа­ йындарҙы ир-егеттәр Б ө й ө к Ватан һуғышына киткәндә ишкән. Уларҙың ҡайһыларын егеттәр менән ҡыҙҙар айырылышыу бил­дәһе тип юраған[11].