Эстәлеккә күсергә

Ҡуянтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡуянтау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°39′57″ с. ш. 58°10′32″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34751
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 809 002

ОКТМО коды

80 606 409 106

ГКГН номеры

0524861

Ҡуянтау (Рәсәй)
Ҡуянтау
Ҡуянтау
Ҡуянтау (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡуянтау

Ҡуянтау (рус. Куянтаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1166 кеше[1]. Почта индексы — 453670, ОКАТО коды — 80206809002.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуянтау (ҡуян+тау) тауы исеменән алынған[2].

Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Әселе йылғаһы буйында урынлашҡан[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бикеш): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 59 км

Совет осоронда, 1929 йылда, Баймаҡ баҡыр-иретеү заводының ярҙамсы хужалыҡ булараҡ ойошторола. 1959 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Тәжрибә-етештереү хужалығы (ОПХ)[4].

Бөгөнгөһө

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. «Сударушки» урыҫ йыры халыҡ ансамбле, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолған[3]. Ҡуянтау ауылы ҡоролтайы булдырылған[5], уның сиктәрендә балалар ҡоролтайы эшләп килә. Ағинәйҙәр ойошмаһы йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө саралар үткәрә: балаҫ һуғыу[6], башҡорт милли кейемен пропагандалау[7], «таҙа шишмә» акцияһында ҡатнашып, Нурлыбай, Шәһит шишмәләрен таҙартыуҙы ойошторҙо[8] һәм башҡа бик күп файҙалы эштәр. 2021 йылда Ҡуянтау мәктәбе «Иң яҡшы цифрлы мәктәп» конкурсында «Социаль селтәрҙәрҙәге иң яҡшы сәхифәле мәғариф ойошмаһы» номинацияһында еңеү яулаған. Ҡуянтау ауылы янында «Аҡъял» ипподромы бар[9], унда йыл һайын республика, төбәк-ара кимәлдәге ат спорты ярыштары үткәрелә[10].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август -
1926 йыл 17 декабрь -
1939 йыл 17 ғинуар 155
1959 йыл 15 ғинуар 625
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1186
1998 йыл 12 ғинуар 1018
2002 йыл 9 октябрь 994
2010 йыл 14 октябрь 933 448 485 48,0 52,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (60 %) һәм урыҫтар (29 %) йәшәй[11].

  • Әселе урамы (рус.  Аселинская улица)
  • Баймаҡ урамы (рус.  Баймакская улица}})
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Таулы урамы (рус.  Горная улица)
  • Лаборатория урамы (рус.  Лабораторная улица)
  • Болонло урам рус. Луговая улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская улица)
  • Юл буйы урамы (рус.  Придорожная улица)
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая улица)
  • Ҡарлы урамы (рус.  Снежная улица)
  • Дала урамы (рус. Степная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Юбилей урамы (рус.  Юбилейная улица)
  • Көньяҡ урамы (рус.  Южная улица)

[12]

  • Киекбаев Т. И. — ауыл хужалығы кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы;
  • Лукьянов А. И. — Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры;
  • Лысак Г. Н. — БАССР-ҙың ауыл хужалығы атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Хәсәнов Х. К. — ауыл хужалығы фәндәре докторы, ауылда эшләгән;
  • Лукманова И. К. — ОПХ зоотехнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
  • Кейекбаева Н. Г. — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
  • Кутуков В. А. — малсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
  • Мичунов М. И. — ОПХ директоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы;
  • Назарова В. А. — һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы[4]

YouTube сайтында Видео Ҡуянтау мәктәбе музейына экскурсия
«Сударушки» ансамбле