Ниязғол (Баймаҡ районы)
Ниязғол | |
Нигеҙләү датаһы | 1834 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Ишбирҙе ауыл советы |
Ниязғол (рус. Ниязгулово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл Советы биләмәһенә тура килгән ауыл. 1934 йылда Исмаҡай ауылы башҡорттары тарафынан булдырылған[1]. 1960-сы йылдарҙа ауылдар исемлегенән төшөп ҡалған.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниязғол ауылы Йылайыр йылғаһының ҡушылдығы Ҡондорош буйында урынлашҡан була[1]. Район үҙәге Баймаҡтан көнбайышҡа табан — 61 км, ауыл Советы үҙәге Ишбирҙенән 4 км алыҫлыҡта ятҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың беренсе яртыһында Исмаҡай ауылы башҡорттары 5 яңы ауылға нигеҙ һалалар. Сәбәптәре — аҫаба башҡорт ерҙәренә күпләп килмешәктәр килеп ултырыуына, Рәсәй империяһы тарафынан ҡәлғәләр, заводтар төҙөлөүенә ҡаршы тороуҙан. Күпләп мал көткән башҡорттарға иркен йәйләү урындары кәрәк булыуы ла сәбәптәрҙең береһе булып тора. 1834 йылда Исмаҡай ауылы уҙаманы Ниязғол Ҡотлобай улы Ирғәлин етәкселегендә бер нисә ғаилә яңы ауыл булдыра. Ауылға Ниязғол (антропоним) исеме бирелә[1]. 1834 йылда ауылда 137 кеше йәшәгән, 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы — 134 кеше. Халҡы халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән, бынан тыш башҡа кәсептәр ҙә уларға таныш булған. 1843 йылда 24 бот ужым бойҙайы, 336 бот ярауай бойҙайы сәселгән[1]. 1885 йылда халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелә, әммә совет осоронда халыҡ һаны арта бара: 1920 йылда 155 кеше йәшәһә, 1928 йылда 121 кеше теркәлгән[2]. 1952 йылдың Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше китабында Ниязғол ауылы Юлыҡ ауыл Советы составында теркәлгән[3]. 1961 йылдың 14 ғинуарында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының указына ярашлы Юлыҡ ауыл Советы бөтөрөлә һәм Ишбирҙе ауыл Советы итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар сыға.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Нурғәле Хәсәнов — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Генеалогия и архивы. Ниязгулово
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Генеалогия и архивы. Ниязгулово
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.