Йылым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылым
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишбирҙе ауыл советы
Почта индексы 453677
Карта

Йылым (рус. Зелимово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 263 кеше[1]. Почта индексы — 453677, ОКАТО коды — 80206828003.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1847—1850 йылдар араһында нигеҙ һалына. Беренсе күсенеүсе — Йомаш ауылы кешеһе, Сәғәҙәт Йылымов[2]. Йылымдың ейәне 1824 йылғы Сәғәҙәт менән бергә Йомаш Батаевтың ейәндәре, Барлыбай Юлбарисовтың улдары күсенәләр. Билдәле фамилияларҙан — Саматовтар. Кейекбирҙе Саматов ауылда 1859 йылдан алып йәшәй, улдары Солтантимер (1779 йылғы) һәм Ишбирҙе (1791). Һуңғараҡ йылымдар Ишбирҙе ауылына нигеҙ һалалар. 1859 йылда ауылда 232 кеше һәм 47 йорт иҫәптә тора. 1920 йылда был һандар күпкә үҙәрмәй: 248 кеше һәм 50 йорт[3].


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 254 129 125 50,8 49,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крепостной Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 57 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишбирҙе): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 98 км

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вәлиев Ф. А. — ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Кейекбирҙин Н. М. — уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Кейекбирҙин Х. Х. — Баймаҡ ДРСУ-һының начальнигы;
  • Кейекбирҙин К. Ә. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Баймаҡ ҡала Советы рәйесенең урынбаҫары[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  3. http://ufagen.ru/places/baymakskiy/zilimovo.html Зилимово
  4. Сельские советы
  5. Сельские советы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]