Эстәлеккә күсергә

Шура (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шура
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1955

Шура (рус. Шура) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы хәҙерге Йомаш ауыл Советына ҡараған ауыл. Ауыл алтын-баҡыр сығарыу эштәренә бәйле барлыҡҡа килгән. 1950-се йылдарҙа ғәмәлдән сыҡҡан[1].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет власының тәүге йылдарында ауыл халҡы урындағы власть органын һайлай, йәғни шура (урыҫса совет). Әлеге исем менән ауыл йөрөтөлә башлай[1].

Шура ауылы Таналыҡ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан төньяҡҡа табан — 5 км[1], Шура ауыл Советы составына ингән һәм уның үҙәге Мерәҫ ауылынан 5 км алыҫлыҡта ятҡан[2].

XIX быуаттың урталарында хәҙерге Баймаҡ районы биләмәләрендә алтын-баҡыр мәғдәнен сығарыу буйынса эштәр әүҙемләшә. Бәхтегәрәй, Мерәҫ, Таналыҡ, Буранбай ауылдары башҡорттары мәғдән ятҡылыҡтарына һәм Баҡыр иретеү заводына яҡыныраҡ күсеп килә[1]. Улар алтын-баҡыр мәғдәнен сығаралар, үҙ аттарында мәғдәнде Баймаҡ баҡыр иретеү заводына ташыйҙар. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡы ғәҙәттәгесә малсылыҡ менән шөғөлләнә һәм ҙур булмаған баҫыуҙарҙа иген сәсә.

1928 йылда ауылда 40 кеше йәшәй. Урындағы шураның тәүге рәйесе — С. Сирбаев, секретары — З. Сәйетҡолов[1]. 1929 йылда крәҫтиәндәр «Навил» колхозына берләшәләр. Навил исеме В. И. Лениндың вариҫтары (наследники В. И. Ленина) тигәнде аңлата[1]. Тиҙҙән Баймаҡ һәм торф ятҡылыҡтары араһында тар колеялы тимер юлы төҙөлә, шулай уҡ тәүге автомобилдәр барлыҡҡа килә. Ат менән йөктө ташыу хәжәте юҡҡа сыға. 1950-се йылдарҙа эш урындары юҡҡа сығыу арҡаһында ауыл халҡы эргә-тирәләге ауылдарға күсенеп ултыра[1]. Бөрйән ырыуы башҡорттары.

— Сәйетҡолов Риза Зиннур улы (1927) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, партия һәм дәүләт эшмәкәре.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 124 бит.
  2. Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284

Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.

— Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284