Өмөтбай (Баймаҡ районы)
Ауыл | |
Өмөтбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Өмөтбай (рус. Уметбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 643 кеше[1].
Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810006.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тораҡ пунктына 1813 йылда Әбйәлил районының Мәхмүт һәм Хәлил ауылдары кешеләре нигеҙ һалған. Йорт старшинаһы Өмөтбай Тәнәкәев исемен йөрөтә[2].. XIX быуаттың беренсе яртыһында ауыл — 6-сы кантондың 13-сө йортона, икенсе яртыһынан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ усусына ҡарай.
Совет дәүерендә Темәс улусына ингән, 1930—1956 йылдарҙа Әбйәлил районы составына ингән.
Ауыл халҡы араһында 1938 йылда Илеш районынан күсеп килгән 30 ғаиләнән ашыу кеше йәшәй.
Ауыл халҡы Күгиҙел совхозының Өмөтбай бүлексәһендә иген, ит, һөт етештереү менән шөғөлләнгән (1991—2000).
2002 йылдың март айында ауыл халҡы, совхоздан бүленеп сығып, үҙаллы ауыл хужалығы артеле ойоштора[3].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] |
570 | ↗643 | ↘535 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[6].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һаҡмар йылғаһыһының ҡушылдығы Бүрелетамаҡ йылғаһы янында урынлашҡан[7].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 76 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Билал): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 115 км
Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зөлкәрнәев Ғ. Х. — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, хирург, районда һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусыларҙы береһе;
- Көмөшбаев Б. И. — район ауыл хужалығының күренекле белгесе һәм етәксеһе[8].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ Сельские советы
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel.
- ↑ Сельские советы
- ↑ Сельские советы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйғәфәров Ә. З. // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
![]() |
Был Баймаҡ районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |