Эстәлеккә күсергә

Әлимсат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлимсат
Нигеҙләү датаһы 1900
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1950

Әлимсат (рус. Алимсат ) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл Советы составындағы ауыл. XIX быуат аҙағында Әбделкәрим һәм Байғол ауылдары кешеләре нигеҙ һалған. 1950-се йылдарҙа ғәмәлдән сыҡҡан[1].

Йылайыр ҡушылдығы Әлимсат йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан булған. Район үҙәге Баймаҡтан көнбайышҡа табан — 67 км, ауыл Советы үҙәге Ишбирҙе ауылынан 8 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

XIX быуат аҙағында Әбделкәрим ауылынан ҡайһы бер түңгәүер башҡорттары (Илбуловтар, Әхмәтовтар, Аҡсувашевтар), шулай уҡ Байғол ауылынан (хәҙер Йылайыр районы) Алмаҡаевтар яңы урынға күсеп ултыралар. Яңы ауыл өсөн бик матур урын һайлайҙар — урман-тау араһында, Әлимсат йылғаһы буйында. Йылға исеме менән ауыл да атала башлай. Әлимсат атамаһын бесәнлек тә йөрөткән. Л. М. Хөсәйенова үҙенең ғилми хеҙмәтендә Әлимсат атамаһын микротопонимияға күскән ойконим булараҡ телгә ала[2], 1910 йылда 70 йорт иҫәпкә алынған. Ауыл халҡы мал аҫыраған, дегет ҡайнатҡан, күмер яндырған, йүкәнән төрлө әйберҙәр, ҡамыт-дуға, арбалар, саналар һәм башҡа кәрәк-яраҡ етештергәндәр, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Октябрь революцияһына тиклем үк ауылда мәсет төҙөлә, уны үҙ аҡсаһына Фатима исемле бай тол ҡатын төҙөй[1]. Ауылда йүнсел, эшкә һәләтле, әрһеҙ кешеләр йәшәгән. Үҙ тауарҙарын ситкә, эргә-тирәләге баҙарҙарға сығарып, икмәк һәм башҡа төрлө кәрәк нәмәләргә алмаштырғандар.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ауыл халҡы ҙур ауырлыҡтар кисерә, сөнки төпкөлдө йәшәгәнлектән ярҙамға мохтаж була, шуға күрә һуғыштан һуңғы йылдарҙа оло юл буйында урынлашҡан ауылдарға күсеү яғын ҡарай[1]. 1950-се йылдар башына Әлимсат ауылы бушап ҡала.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов, 114 бит
  2. Л. М. Хусаинова. СТРУКТУРНО-СЛОВООБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ КЛАССИФИКАЦИЯ БАШКИРСКИХ МИКРОТОПОНИМОВ(недоступная ссылка)