Ғәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татлыбай ауыл советы
Почта индексы 453642
Карта

Ғәле (рус. Галеево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 22 кеше[1]. Почта индексы — 453642, ОКАТО коды — 80206849003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1813 йылда Иҫке Сибай, Әтек (Бөрйән районы) ауылдары кешеләре тарафынан нигеҙ һалына. Әтек ауылынан — 5 ғаилә, Сибай ауылынан — 18 ғаилә күсенеп килә[2]. Поход старшинаһы Ғәле Ҡуңырбулатов (Әтек ауылынан сығышы[2]) исемен йөрөтә[3].

1834 йылда ауылда 129 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 148 кеше, 1920 йылда — 291 кеше, 1989 йылда — 40 кеше, 1999 йылда — 23 кеше[2].

Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1834 йылда 129 кешегә 259 ылҡы малы, 142 һыйыр, 15 һарыҡ 29 кәзә тура килгән[3].

Коллективлашыу осоронда ауыл халҡы Сталин исемендәге колхоз, һуңынан — Чапаев исемендәге колхоз составына инә. 1957 йылдан алып «Сибай» совхозына инә.

1960-сы йылдарҙа перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә индерелә[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 22 14 8 63,6 36,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урғаҙа йылғаһы инешендә урынлашҡан[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 23 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡотлоәхмәт Биксурин — кантон начальнигы;
  • Фатима Ҡотлоәхмәтова — Ш. Сибаевтың ҡатыны, уға бағышлап яҙылған «Сибай» башҡорт халыҡ йыры;
  • Салауат Дәүләтбаев — бейеүсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Байбулов Б. Г. — Сибай йылылыҡ селтәрҙәре начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған коммуналь хеҙмәте хеҙмәткәре[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/galeevo_baym.html Галеево
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.