Юлыҡ (Баймаҡ районы)
Ауыл | |
Юлыҡ рус. Юлук | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Юлыҡ Ямы |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар, башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453674 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Юлыҡ (рус. Юлук) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 523 кеше[2]. Почта индексы — 453674, ОКАТО коды — 80206855003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 544 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 470 | 246 | 224 | 52,3 | 47,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, татарҙар (39 %), башҡорттар (57 %) йәшәй[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 41 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 82 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлыҡ ауылы Йомаш ауыл Советы составында. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышта 41 саҡрым һәм Сибай тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнбайышта 82 саҡрым алыҫлыҡта Мағаш йылғаһы[4] буйында урынлашҡан. Ауылды Верхнеурал өйәҙе Бөрйән, Түңгәүер улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1781 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡазан губернаһынан яһаҡлы татарҙар Юлыҡ Ямы исеме менән нигеҙләй. Килешеү 10 йылға төҙөлә, әммә тик 1816 йылда 49 йылға оҙайтыла. Тәүге килешеүгә түңгәүер ырыуы вәкиле Иҙрис Тиусов һәм бөрйән башҡорттарынан Ысмаҡ Ҡаҙаҡов ҡуя ҡуялар. 1866 йылда 85 йортта 488 кеше йәшәгән. Мәсет, күн заводы булған, йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. 1900 йылда мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән. XX быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. Ауыл XIX быуат уртаһында сауҙа йәрминкәләре үткән юлдар киҫелешендә мөһим үҙәк булған. Рәсәй хөкүмәтенең рәсми ҡарары буйынса, бында почта хеҙмәтен үтәү өсөн 40-лаған татар ғаиләһе күсерелгән. Ергәндән Юлыҡҡа ебәк һәм сәй йәрминкәһенә Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев килеп йөрөй. 1862 йылда ул Юлыҡта төпләнергә ҡарар итә. Өй һатып алып, һабын ҡайнатыу заводын сафҡа индерә, күн етештереүҙе яйға һала[5].
1811—1835 йылдарҙа Юлыҡ Ямы ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Яңы Ғүмәр улусы, 1835 йылда — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе, 1859 йылда — Ырымбур губернаһы 4-се башҡорт кантоны Верхнеурал өйәҙе Юлыҡ ауыл йәмғиәте үҙәге, 1866—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы, декабрь 1917 йыл — 20 март 1919 йыл — Кесе Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы, 20 март 1919 йыл — 14 июнь 1922 йыл — Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы Юлыҡ ауыл Советы, 14 июнь 1922 йыл — 5 октябрь 1922 йыл — Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы Юлыҡ ауыл Советы, 5 октябрь 1922 йыл — 10 февраль 1923 йыл — Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны 1-се Бөрйән улусы Юлыҡ ауыл Советы, 10 февраль 1923 йыл — 6 октябрь 1925 йыл — Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Юлыҡ улусы үҙәге, 6 октябрь 1925 йыл — 20 август 1930 йыл — Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Юлыҡ ауыл Советы, 20 август 1930 йыл — 20 сентябрь 1933 йыл — Башҡорт АССР-ы Баймаҡ-Таналыҡ районы Юлыҡ ауыл Советы, 20 сентябрь 1933 йыл — 1962 йыл — Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Юлыҡ ауыл Советы, 1962 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Йомаш ауыл Советы составында.
Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Юлыҡ ауылында 1929 йылдың 9 мартында «Йондоҙ» һәм «Маяҡ», 1929 йылдың 16 мартында «Һабансы» ерҙәрен йәмәғәт эшкәртеү ширҡәттәре ойошторола, һуңынан улар Нариманов исемендәге колхозға берләшә, аҙаҡ «Һаҡмар» колхозы бригадаһы ойошторола[6].
Халҡы: 1900 йылда — 435 кеше; 1920 йылда — 1617 кеше; 1939 йылда — 919 кеше; 1959 йылда — 423 кеше; 1989 йылда — 475 кеше; 2002 йылда — 544 кеше; 2010 йылда — 470 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Йомаш урта мәктәбе филиалы, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Юлыҡ йәмиғ мәсете бар[7].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[8]
А.Чанышев урамы (рус. А.Чанышева (улица))
Аҡ ҡайын урамы (рус. Ак кайын (улица))
Дәрдмәнд урамы (рус. Дардманд (улица))
Урман урамы (рус. Лесная (улица))
М.Фәйзи урамы (рус. М.Файзи (улица))
Р.Ғәбитов урамы (рус. Р.Габитова (улица))
Мәсет тыҡрығы (рус. Мечеть (переулок))
Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөснуллина (Әҙеһәмова) Роза Дияс ҡыҙы (11.10.1976), башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент.
- Чанышев Әҙеһәм Миҙхәт улы (27.09.1902—7.02.1985) — педагог, 1930—1932 һәм 1942—1953 йылдарҙа Баймаҡ районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Ленин (1946), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Почёт Билдәһе (1951) ордендары кавалеры. Милләте — башҡорт.
- Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы (10.02.1929—29.12.2011), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977—1993 йылдарҙа хәҙерге Санкт-Петербургтағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының каведра мөдире. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989)[9].
- Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы (1923 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, элемтәсе, штаб дивизияһы разведчигы.
- Исхаҡов Әбделхәй Мырҙағәле улы (1910 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой, стрелок, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы яугиры.
- Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929 йыл — 24 сентябрь 1994 йыл) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты.
- Солтангәрәевтәр — цирк артистары ғаиләһе, һыбайлылар. Солтангәрев Миҙхәт Сәйфулла улы (17 февраль 1952 йыл) — цирк артисы, һыбайлы,Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1984), Өфө циркының директор урынбаҫары (2010).
- Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (5 июль 1892 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы (10 март 1896 йыл — 3 декабрь 1968 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1918—1923 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы хөкүмәте ағзаһы.
- Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы (15 июнь 1929 йыл — 14 апрель 2009 йыл) — актёр. 1944—2004 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1979) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969).
- Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (25 ноябрь 1913 йыл — 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 157-се б. 2022 йыл 4 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2022)
- ↑ Ургаза ru. Историческая справка по д. Юлук (Юлыҡ ауылы) Баймакского района
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Юлыҡ ауылы (Баймаҡ районы)
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Юлыҡ (Баймаҡ районы)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлыҡ (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2022)
- Рузиля Мухаметова. Жители села Юлук Баймакского района Башкортостана: «Среди башкир остаемся татарами». ИА «Татар-информ». 13 ноября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2022)
- Ургаза ru. Историческая справка по д. Юлук (Юлыҡ ауылы) Баймакского района
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 157-се б. 2022 йыл 4 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2022)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Юлыҡ (Баймаҡ районы)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |