Эстәлеккә күсергә

Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы
 
Тыуған: 5 июль 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Юлыҡ ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы )
Үлгән: 8 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (45 йәш)
Өфө, Башҡорт АССР-ы
Партия: РКП(б)

Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (5 июль 1892 йыл8 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мөхәмәтдин Камалетдин улы Әҙеһәмов 1892 йылдың 5 июлендә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Юлыҡ ауылында тыуған. Абдулла Әҙеһәмовтың ағаһы. Милләте башҡорт.

1913 йылда Көңгөр техник училищеһын тамамлай.

1913—1916 йылдарҙа Орск земство управаһында страховка агенты булып эшләй.

1913 һәм 1916-1917 йылдарҙа рус армияһында Ҡазан хәрби округының 129-сы пехота полкында хеҙмәт итә.

1918 йылда Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша.

1918 йылдың сентябренән 1919 йылдың февраленә тиклем страховка бүлеге мөдире, Башҡорт Хөкүмәте рәйесенең шәхси сәркәтибе була.

1919 йылдың майынан Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының вәкилдәре Советы сәркәтибе вазифаһын биләй.

1919 йылдың авгусынан халыҡ комиссариатында эшләй. Башҡорт АССР-ы Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссариатында эшләй, ә 1922 йылдың июленән — инспекция халыҡ комиссары вазифаһын биләй. Бер уҡ ваҡытта, 1922 йылдың ноябренән Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Арбитраж комиссияһы рәйесе һәм Башҡорт АССР-ы Совнаркомы рәйесе урынбаҫары була.

1923-1925 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы социаль тәьмин итеү халыҡ комиссары вазифаһында эшләй.

1925—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Үҙәк ер комиссияһы рәйесе, Белорет металлургия заводы директоры урынбаҫары була.

1937 йылдың 9 авгусында ҡулға алына, РСФСР-ҙың Енәйәт кодексының 58-2, 58-6, 58-7, 58-8, 58-10, 58-11 статьялары буйынса хөкөм ителә. 1937 йылдың 8 декабрендә атып үлтерелә, 1956 йылдың июлендә аҡлана[1].

  • Адигамов Мухаметдин Камалетдинович.//Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. Т. 1. А-Б. 2005.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. (башк.) ‎