Эстәлеккә күсергә

Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы
Флаг
Флаг
Башҡорт республикаһының Эске эштәр наркомы (1921—1922), Башҡорт республикаһының Мәғариф наркомы (1923)
 
Тыуған: 10 март 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе [1] Юлыҡ ауылы
Үлгән: 3 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (72 йәш)
Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһы
Партия: 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы

Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы (10 март 1896 йыл3 декабрь 1968 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1918—1923 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы хөкүмәте ағзаһы.

Абдулла Камалетдин улы Әҙеһәмов Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе[2] Юлыҡ ауылында тыуған.

1909 йылдан һуңғы арауыҡта Верхнеурал реаль училищеһында уҡый башлай, һуңынан Ырымбур гимназияһында, уны тамамлағандан һуң 1917 йылда Ҡазан университетында белем ала.

1918—1919 йылдарҙа Абдулла Камалетдин улы Башҡорт өлкә (үҙәк) шуро ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың декабренән 1919 йылдың февраленә тиклем — Әҙеһәмов ваҡытлыса Башҡорт хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡара. Был вазифала ул 1919 йылдың февраль айында башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына күсеүе тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя[3]

1919—1921 йылдарҙа Абдулла Камалетдин улы Әбдрәшит Бикбауов менән бергә Мәскәүҙә ВЦИК янында БАССР-ҙың вәкиллеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә[4]

1921−1922 йылдарҙа Әҙеһәмов Башҡорт Республикаһының Эске эштәр наркомы вазифаһын биләй.

1922—1923 йылдарҙа республиканың Игенселек наркомы урынбаҫары булып эшләй, ә һуңынан ҡыҫҡа ваҡытҡа БАСР-ҙың Мәғариф наркомы итеп тәғәйенләнә. 1923 йылдың ноябрендә Әҙеһәмов дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнә һәм үҙ вазифаһынан бушатыла[5]

Ул Дондағы Ростовта РКП(б) Көньяҡ-Көнсығыш Бюроһы Үҙәк Комитетында инструктор булып эшләй башлай, ә 1924—1926 йылдарҙа — РКП(б) Үҙәк комитетында. Тыуған яғына ҡайтҡас, өс йыл дауамында ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының агитация-пропаганда бүлеге мөдире, Госплан рәйесе урынбаҫары һәм БАССР-ҙың һулыҡ һаҡлау наркомы була.

1930 йылда Әҙеһәмов Абдулла «Султанғәлиевтың советтарға ҡаршы буржуаз-милли төркөмө» ҡатнашыусыһы булараҡ репрессиялана[6] 1932 йылда ул ваҡытынан алда иреккә сығарыла. 1989 йылда реабилитациялана.

1932—1956 йылдарҙа СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариатының Мәскәү—Волга каналын төҙөү һәм Эске эштәр министрлығының «Тагилстрой» идаралыҡтары хеҙмәткәре. Тыуған яҡтарына башҡаса ҡайтмай. Тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар менән наградлана, рәхмәт хаттары ала.

1968 йылда Түбәнге Тагил ҡалаһында вафат була.