Хисмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисмәт
Нигеҙләү датаһы 1950
Дәүләт  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
 Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1960

Хисмәт (рус. Хисматово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл Советына ҡараған ауыл. 1950 йылда барлыҡҡа килгән, 1960-сы йылдарҙа ғәмәлдән сыҡҡан[1].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хисмәт ауылы Ишбирҙе ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҫта Йылайыр районы менән сиктәш урынлашҡан булған[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишбирҙе ауыл Советы составындағы элекке ауыл. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем утар булараҡ билдәле булған. 1950 йылда райтоптың урман ҡырҡыу участкаһында барлыҡҡа килә. Бында Баймаҡ районындағы Йылым, Юлыҡ, Ғәҙелбай ауылдары кешеләре аҡсалата эш хаҡы алыу өсөн күсеп килә. Урман ресурстары бөткәндән һуң, участка ябыла. 1960-сы йылдарҙа ауыл тарҡала, халҡы төрлө яҡҡа күсенә[1].

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы (2 май 1942 йыл) — педагог. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999). «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» (1976). 1975—1980 йылдарҙа Баймаҡ район советы исполкомы рәйесенең урынбаҫары. Хисмәт ауылында тыуған[2]

— Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улы— Аҡморон мәктәбе уҡытыусыһы (1926). Урман хужалығы эшсеһе (1930-cы йылдарҙа). Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлдәр Кәлимуллина. Хазина (хикәйә)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 * Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8. 124 бит
  2. Ғәли Фәхретдинов. ЙЫЛЫМ АУЫЛЫ ТАРИХЫ БИТТӘРЕНӘН…(Йылым урман ҡарауылсылары бүлегенән өҙөк)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]