Кейәүеште
Кейәүеште | |
Дәүләт |
СССР Башҡортостан Республикаhы Баймаҡ районы |
---|
Кейәүеште (рус. Кияуеште) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Муллаҡай ауыл Советына ҡараған ауыл[1].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме ошо уҡ исемле йылға исеменә бәйле[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кейәүеште йылғаһы буйында Ҡолсора ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Cовет осоронда барлыҡҡа килгән ауыл. Бөрйән ырыуы башҡорттары. 1940 йылда был ауылда 171 кеше йәшәгән. Кейәүеште йылғаһында һыу тирмәне булған, шулай уҡ быуа быуылған. Урманда әҙерләнгән ағасты машиналарҙа һәм аттарҙа ташығандар. Ҡышҡыһын башлыса ағасты быуаға алып барғандар һәм һыу ташҡан осорҙа Кейәүеште йылғаһы буйлап ағыҙғандар. Үрге һәм Түбәнге Байрамғол ауылдары тирәһендә ағасты һыуҙан йыйып алып, Түбә руднигына ташығандар[1]. Производство яҡшы ойошторола, хеҙмәткәрҙәр юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырыша, һөҙөмтәлә күп кенә кеше стахановсы исеменә лайыҡ була: Ишбулды Ишмөхәмәтов; Фитрат һәм Зәкәриә Сағынбаевтар; Мөбәрәк һәм Зөлкәрнәй Самарбаевтар; Әғзәм, Әхмәҙиә, Әхмәткәрим Юлдашкилдиндар;Ғүмәр, Зөфәр, рәхимйән рәхмәтуллиндар; Хәҙисә Ильясова[1].
Бөрйән ырыуы башҡорттары.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Кейәүеште ауылында хеҙмәт юлын башлай.
— Иҫәнғужина Ғилминиса (8 сентябрь 1937) — 11 бала әсәһе, «Әсәлек даны» һәм «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнгән[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Исхаҡова А. А. Исследовательская работа «Долгоживущие и долгожители села 2-е Иткулово»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- «Урал батыр» эпосы яҙып алынған ерҙә
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |