Тәңребирҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәңребирҙе
Нигеҙләү датаһы 1834
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Flag of Baymaksky rayon.svg Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1971

Тәңребирҙе (рус. Тенгрибердино) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Йомаш ауыл Советына ҡараған ауыл. 1834 йылда нигеҙләнгән. ХХ быуаттың 1971 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[1].

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың исеме тәүге төпләнеүсе Тәңребирҙе (Тәңребирҙе Ильясов) антропонимына барып тоташа[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йомаш ауылынан көнбайышҡа табан 5 км, район үҙәге Баймаҡтан көнбайышҡа табан 37 км алыҫлыҫта Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Яманташ буйында урынлашҡан булған[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1834 йылда Әптекәй ауылынан Тәңребирҙе, Арман, Ишмырҙа, Баймырҙа, Күктүбә (Ибраһим) ауылдары айырылып сыға. Ғәҙәттәгесә ауылға тәүге төпләнеүсе Тәңребирҙе Ильясовтың исеме бирелә. 1834 йылда ауылда 67 кеше йәшәй, 1859 йылда — 92 кеше. 1920 йылда ауылда 90 кеше йәшәй. Ауылдан 10 км алыҫлыҡта ошо уҡ исемле утар булыуы билдәле. Унда 72 кеше йәшәгән. 1946 йылда ауыл юҡҡа сыға (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1971 йылда). Бөрйән ырыуы башҡорттары. Шәжәрә байрамы

2011 йылдың 5 июлендә Баймаҡ районының Әптекәй ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Ойоштороусыһы — Рауил Назаров. Биш ауылға нигеҙ һалған Әптекәй ауылы (хәҙер бөткән ауыл) уҙамандары башҡа ауылдар рәтендә Тәңребирҙелә йәшәгән кешеләрҙең, уларҙың вариҫтарын байрамға йәлеп итте. Тәңребирҙе ауылынан Риф Самат улы Ноғоманов ойоштороу комитетына индерелә. Байрам бик йәнле, ойошҡанлы үтә[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 117 бит.
  2. БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ 152 бит
  3. Әптекәйҙәге шәжәрә — бар шәжәрәләргә шәжәрә!

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]