Татлыбай
Татлыбай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Татлыбай ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Татлыбай ауыл советы |
Халыҡ һаны |
140 кеше (1866), 340 кеше (2002)[2], 396 кеше (2009)[2], 331 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453656 |
Татлыбай (рус. Татлыбаево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 396 кеше булған[4]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр рәсми рәүештә 1795 йылда теркәлгән. Нигеҙ һалыусылар — Йәнйегет ауылынан Ғәле һәм Нуриман Татлыбаевтар. Ғәленең улдары Йәнтүрә (уның улдары — Яңыхан, Мирхәйҙәр, Солтанморат, Алламорат, Хәбибулла, Ниғмәтулла (уның улы Төркмән), Рысмөхәмәт (уның улдары — Ғәлиәхмәт һәм Йәрмөхәмәт)[5]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, нигеҙ һалыусылар араһында таулыҡай ауылы кешеләре лә булған. Нигеҙ һалыу ваҡыты — 1847—1850 йылдар[6]. Коллективлашыу осоронда ауыл халҡы Сталин исемендәге колхозға берләшәләр (1930).
1957 йылда — «Сибай» совхозының Татлыбай бүлексәһе.
1850 йылда ауылда 18 йорт була, 1859 йылда 23 йортта 145 кеше йәшәгән. 1895 йылда 42 йортта — 281 кеше, 1920 йылда 80 йортта 313 кеше йәшәгән[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 331 | 164 | 167 | 49,5 | 50,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аллабирҙин Шаһивәли, беренсе Бөрйән улусының рәйесе;
- Ваһапов Т. М., Сибай педагогия колледжы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы (15.3.1945), ғалим-ботаник, эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010)[7].
- Рысҡужина З. А., Татлыбай урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[5].
- Шәйхисламов Арсен Фәйзулла улы (3.03.1976—9.12.2020), театр артисы, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 2012 йылдан театрҙың профсоюз комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019)[8]. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы (рус. Шарафутдинов Салих Хафизович) (1903—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ http://ufagen.ru/places/baymakskiy/tatlybaevo.html Татлыбаево
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
- ↑ Башкирии скоропостижно скончался актер Сибайского башдрамтеатра Арсен Шайхисламов. ИА «Башинформ», 9 декабря 2020 года
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татлыбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Татлыбаево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Историческая справка села Татлыбаево на историко-краеведческом портале Ургаза.ру