Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы
Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы | |
Тыуған көнө | 1945 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы (15 март 1945 йыл) — ғалим-ботаник, эколог, ҡурайсы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылға тиклем экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүрин 1945 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуған. Урта белемде Темәс мәктәп-интернатында ала[2].
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетың биология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Сибай мәктәп-интернатында башлай. 1974 йылда СССР фәндәре академияһының Башҡортостан фәнни үҙәге Биология институтына эшкә күсә. 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эшләй, 2015 йылға тиклем — экология кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге этноботаникаға, фитомелиорация маҡсатында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт‑климат зоналары һәм тоҙло тупраҡтар өсөн үлән ҡатнашмаларын булдырыуға, Башҡортостандың Урал аръяғында экосистемаларҙың тау‑етештереү сәнәғәте ҡалдыҡтары менән техноген бысраныуы, дарыу үҫемлектәрендә ауыр металдарҙың тупланыуы мәсьәләләренә арналған[1].
190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Башҡортостанда дарыу үләндәрен һаҡлау — уның хеҙмәттәренең төп темаһы. Ботаника, биология тураһында сыҡҡан һүҙлектәрҙе башҡор теленә тәржемә итеүсе[2]
Хобби
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәли Йәнтүрин күңел талабы буйынса башҡорт милли музыкаль ҡоралында — ҡурайҙа — уйнай, күп кенә фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнаша[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010)
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҫемлектәрҙең серле донъяһы. Өфө, 2009; Зелёная аптека Башкортостана. Уфа, 2002 (авторҙаш);
- Роль степных пожаров в формировании растительного покрова Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ЙӘНТҮРИН Сәфәрғәли Искәндәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2003 йыл, 59 бит
- ↑ Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЙӘНТҮРИН Сәфәрғәли Искәндәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2003 йыл, 59 бит.
- Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998