Сәйетбаттал
Сәйетбаттал | |
Саитбаттал | |
Нигеҙләү датаһы | 1834 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Саитбаттал |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | 2-се Этҡол ауыл Советы[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1986 |
Почта индексы | 453672 |
Сәйетбаттал (рәсми атамаһы Ҡуяндар) — бөткән ауыл. БАССР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауыл Советы составындағы ауыл, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп-хисап мәғлүмәттәренән алыу тураһында» исемле Н 6-2/396-сы Указына ярашлы бөтөрөлгән. Почта индексы — 453672.
Сәйетбаттал ауылы бик матур урында — Таулы йылғаһы ҡушылдығы Саҡмағош йылғаһы буйында, ауыл Советы үҙәге 2-се Этҡолдан — 5 км, район үҙәге Баймаҡтан — 41 км, Сибай тимер юлы станцияһынан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан була[1].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта тораҡ пункты ауылға нигеҙ һалыусы Сәйетбаттал Исҡужин исемен йөрөтә. Уның ике улы була: Мырҙабулат һәм Сәйетғәфәр. Башҡорт тарихсыһы З. Л. Әсфәндиәров фекеренсә, ауылдың икенсе исеме — Ҡуяндар — ырыу-ара атамаһынан барлыҡҡа килгән.
Демографик хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ 1834 йылда һалына, башта бында 70 кеше йәшәүе билдәле. Х ревизияға тағы ла ун кеше өҫтәлә[2]. Әлеге ауылға халыҡ 2-се Этҡол ауылынан бүленеп күсеп ултырған.
1859 йылда Сәйетбаттал ауылында 100 кеше йәшәһә, 1920 йылда — 204, 1999 йылда 12 кеше күрһәтелгән. Бөгөнгө көндә район картаһында ауыл күрһәтелмәй, бөткән ауылдар иҫәбенә инә.
Коллективлашыу осоронда 1930 йылда Сталин исемендәге колхоз составына инә. 1932 йылда «Икенсе Этҡол» колхозының бүлексәһе. 1938 йылда әлеге колхоздың исеме «Ҡыҙыл Байраҡ» тип үҙгәртелә. 1960 йылда «Үрнәк» исеме аҫтындағы эреләтелгән колхоз составына индерелә. 1965 йылда эреләтелгән колхоздар бөтөрөлгәс, «Урал» колхозы составында була, әммә 1981 йылда перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелгәндән һәм бөтөрөлгәндән һуң халыҡ Икенсе Этҡолға, Байымға һәм башҡа яҡтарға күсә[3]. 1990-сы йылдар башында бер нисә фермер хужалығы төркөмө ауылды тергеҙә башлай[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ошо ауылдан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы билдәле кешеләрҙән — урядник Ғүмәр Моратшин[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов
- ↑ 2,0 2,1 Саитбатталово (Куяндар)
- ↑ “Урал батыр” эпосы яҙып алынған ерҙә
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Саитбатталово (Куяндар)
— Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.