Урядник

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урядник
1720 йылдан алып 1728 йылға тиклем артиллерия полкының уряднигы йәки унтер-офицеры[1]

Урядник — Батша армияһында казачий ғәскәрҙең унтер-офицер чины.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке славян мәғәнәһендә — чиновник, вазифалы кеше.

Урядник тип флотта квартирмистрҙарҙы һәм унтер-офицерҙарҙы[2], шулай уҡ эшселәрҙе күҙәткән десятниктарҙы атағандар[3]. Быға тиклем «урядник» һүҙе шулай уҡ «устав» мәғәнәһендә лә ҡулланыла (Урядник, или новое уложение и устроение чина сокольничья пути, 1668 год).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Ҡартайған һәм яралы һәм ғарип офицерҙарҙы һәм урядниктарҙы һәм һалдаттарҙы Хәрби бөйороҡта тикшерергә һәм һәм яраҡлыларҙы губерналар буйынса таратырға, ә яраҡһыҙҙарҙы Мәскәү ҡарт-ҡоролар йорттарына оҙатырға ".

— 1710 йылғы Указ (ПСЗРИ, № 2249)

Казак ғәскәрҙәрендә чиндар атамаһы[4]:

  • Өлкән урядник (өлкән унтер-офицер) — взвод командиры.
  • Кесе урядник (кесе унтер-офицер) — уның ярҙамсыһы.

Шулай уҡ полиция уряднигы була[5][6] — XIX быуатта, революцияға тиклем, Рәсәйҙә өйәҙ полицияһында стан приставына буйһонған һәм сотниктар һәм десятниктарҙың эш ғәмәлдәрен күҙәткән түбәнге чин. 1903 йылдан алып өйәҙ полиция стражаһы тип исемләнгән яңы структурала — буйһоноуында стражниктар һәм өлкән стражниктар булған кесе командир.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стражник
  • Хәрби вазифа
  • Хәрби дәрәжә
  • Рангтар тураһында табель

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Илл. 202. Урядник или Унтер-Офицер Артиллерийского полка, с 1720 по 1728 год // Историческое описание одежды и вооружения российских войск, с рисунками, составленное по высочайшему повелению: в 30 т., в 60 кн. / Под ред. А. В. Висковатова.
  2. Матрос // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  3. Уряжать // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  4. Урядник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Урядник // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  6. Урядники полицейские // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]