Бикеш (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бикеш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°44′22″ с. ш. 58°05′12″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 809 001

ОКТМО коды

80 606 409 101

ГКГН номеры

0524577

Бикеш (Рәсәй)
Бикеш
Бикеш
Бикеш (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бикеш

Бикеш (рус. Бекешево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 816 кеше[1]. Почта индексы — 453671, ОКАТО коды — 80206809001.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бикеш антропонимынан алынған[2]

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 70 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Утар булараҡ 1912 йылда нигеҙләнгән[4]. Күгәрсен районы Бекешево ауылынан урыҫ крәҫтиәндәре, биш ағалы-ҡустылы Юрчовтар[5] Яйыҡбай ауылы (Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы) башҡорттарынан ҡуртымға ерҙәр алып төпләнгән[6]. Улар артынан 1913 йылда Кишкин, Попов, Бородин, Степанов, Кильдишов ғаиләләре күсеп килә[5]. Совет осоро

Революциянан һуңғы йылдарҙа ауылда хәлле кешеләр йәшәй. Халыҡ төрлө һөнәрселек, ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һаҡмар йылғаһында үҙ тирмәндәре була[5]. 1920 йылда ауылда 77 йортта 416 кеше йәшәгән. 1939 йылда — 1078; 1959 йылда —1 225; 1989 йылда — 843; 2002 йыда —775; 2010 йылда 711 кеше теркәлгән[5]. Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 1929 йылда крәҫтиәндәр «Красная Новь» ауыл хужалығы артелен ойошторалар[3], йәмғеһе 12 кеше яҙыла, улар араһында Феноген Федорович Разин, Артем Панкратьевич Бородин һәм башҡалар. Степанов М. К. рәйес итеп һайлана, ауыл Советы рәйесе итеп Рачков К. С. тәғәйенләнә[5]. 1931 йылда тағы ла бер артель — «Победа» — ойошторола. 1933 йылда ике артель Аҡморон утарындағы «Победа» колхозына ойоша. Колхоз рәйесе итеп Волков Степан Андреевич һайлана. Баҫыуҙа 100-гә яҡын кеше эшләгән. 1934—1935 йылдарҙа ауылға тәүге тракторҙар килә. Тракторға беренселәр булып Кутуков Василий Павлович, Хачин Петр Николаевич, Сальников Григорий Константинович, Рассадников Михаил Михайлович һәм Кирюхин Алексей Матвеевич ултыралар. 1936 йылда колхозға йөк машиналары, 1937 йылда комбайн бирелә, ул ваҡытта колхозда 12 ат һабаны һәм 70 тырма иҫәптә тора[5].

Колхоз рәйестәре[5]

Хачин П. Н. (1938), Толмачев Н. П., Артамонов С. Г., Горьков Л. К. (һуғыш ваҡытында), Волков Н. А., Кузнецов, Карсаков П. Д. (1956—1961), Чистилин Я. Ф., Повиряев А. И. (1960 г), Хасанов Х. З. (1962—1966), Надькин П. Н. (1966—1968), Карманов А. М. (1968—1973), Калашников Е. Ф. (1973—1975), Цыплаков В. П. (1975—1979), Артемьев К. П. (1979—1982), Пуликов Н. И. (1982—1990), Юдин В. П. (1990—1996), Пономарев В. А. (1996—2003), Ковалев С. С. (2003—2005), Романова Г. Н.(2005—2007), Шәрипов А. Б.(2007—2013), Байрамғолов С. Р. (2013 йылдан).

1932 йылдан алып бында колхоздарҙың машина-тракторҙарын ремонтлау өсөн МТС эшләп килә (1958 йылдан — РТС)[3]. 1961 йылда РТС «Сельхозтехника» итеп үҙгәртелә. 1986 йылда бер нисә реформанан һуң «Сельхозтехника» Баймаҡ агро-сәнәғәт берләшмәһенең ремонт-техник предприятиеһы (РТП) тип исемләнә башлай. 1960 йылда «Победа» колхозы «Ленин» колхозы (Таулыҡай ауылы) менән берләштерелә. 1966 йылда бикештәр «Ленин» колхозынан айырылып сығалар һәм «Рассвет» колхозын ойошторалар[3]. 1970—1980 йылдарҙа колхозда ҙур үҙгәрештәр була: яңы ике ҡатлы мәктәп, Һаҡмар йылғаһы аша тимер күпере төҙөлә, фермаға тиклем шоссе һалына[5].

Ауыл эргәһендә Бикеш ҡурғандары урынлашҡан.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 775
2010 йыл 14 октябрь 711 339 372 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда башлыса урыҫтар (68 %) һәм бөрйән ырыуы башҡорттары (27 %) йәшәй[7].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колхоз урамы  (рус. Колхозная улица)
  • Кооператив урамы  (рус.  Кооперативная улица)
  • Беренсе Май урамы  (рус.  Первомайская улица)
  • Таулы урамы (рус. Горная улица)
  • Пономарев урамы  (рус.  Пономарева улица)
  • Баҡсалы урамы  (рус.  Садовая улица
  • Йәштәр урамы  (рус.  Молодежная улица
  • Дала урамы  (рус.  Степная улица
  • Тракт урамы ( рус.  Трактовая улица
  • Үҙәк урамы {({lang-ru| Центральная улица}}

[8]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
  2. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Зайнуллина Альбина, научный рук. Зайнуллин М. Р. ИСТОРИЯ МОЕЙ ДЕРЕВНИ. С.БЕКЕШЕВО ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКАЯ РАБОТА
  6. Бикеш (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel
  8. Улицы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]