Әҙеһәмов Юнир Самат улы
Әҙеһәмов Юнир Самат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1929 |
Тыуған урыны |
Юлыҡ, Рәсәй Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 24 сентябрь 1994 |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929 йыл — 24 сентябрь 1994 йыл) — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙеһәмов Юнир Самат улы 1929 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған. 1948 йылда Йылайыр педагогия училищеһында уҡығандан һуң ситтән тороп уҡып, 1958 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлай[2]
1949—1963 йылдар — БАССР Баймаҡ районының Юлыҡ тулы булмаған урта мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
1952—1954 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты инструкторы.
1954—1956 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты бүлеге мөдире.
1959—1962 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитетының 2-се секретары.
1963—1967 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.
1967—1971 йылдар — БАССР Баймаҡ районы советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1971—1978 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.
1978—1988 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумы директоры урынбаҫары, БАССР Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумы директоры.
1988—1994 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумының «Сиҙәм ерҙәр» музейы мөдире.
Әҙеһәмов Юнир Самат улы СССР Журналистар союзы ағзаһы (1968), БАССР Журналистар союзының IV съезы делегаты (1969), "История создания, становления и развития Ордена Ленина совхоза-техникума «Зилаирский» (1989) ҡулъяҙмаһы авторы[2].
1994 йылдың 24 сентябрендә вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1956)[2]
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1957)[2].
- «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1978)[2].
- «РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы»[2].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Якупова. Мы помним Вас, Юнир Саматович!. — Баймакский вестник, 2009. 14 сентября.
- А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — С. 231. — 332 с.
- Р. З. Утяев. Первичная журналистская…. — Баймакский вестник, 2016. 15 марта.
- Некролог в газете «Октябрьское знамя». 1994. сентябрь.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Известные люди Баймакского района/ 2021 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 "Адигамов Юнир Саматович
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адигамов Юнир Саматович
- известные-люди-баймакского-района/ 2021 йыл 29 сентябрь архивланған.
- 1929 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 24 сентябрҙә вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡорттар
- Атҡаҙанған уҡытыусылар
- Педагогия фәндәре кандидаттары
- Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар